Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ғинуар 2021, 13:31

"Кванториум" белем биреү проекты Талбазылағы 3-сө мәктәп базаһында эшләй башланы

«Башҡортостан кванториумы» мобиль технопаркы 19 ғинуарҙа беренсе тапҡыр эш сәфәре менән сыҡты. Һәм ул иң тәүҙә Ауырғазы районына килде. Инновациялы ҡоролмалар һәм мобиль технопарктың мөмкинлектәре менән иң тәүгеләрҙән булып танышыу бәхете Талбазы ауылының 3-сө мәктәбе уҡыусыларына тейҙе.

Мобиль технопарк ярҙамында балалар фәнни тикшеренеүҙәр һәм яңы технологияларҙың үҙенсәлекле атмосфераһында хыялдарын тормошҡа ашыра ала һәм фекерләргә өйрәнәсәк.
Ике аҙна дауамында уҡыусылар «Башҡортостан кванториумы» технопаркы базаһында белем аласаҡ һәм үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырасаҡ. Улар мәғлүмәти технологиялар, сәнәғәт роботтары (ПромРобо), сәнәғәт дизайны (Промдизайн), аэротехнология (Аэро) һ.б. йүнәлештәр буйынса эшләйәсәк.
Дәрестәрҙә виртуаль шлем менән танышасаҡтар, квадрокоптер программалау, аҡыллы роботтар йыйыу, 3D принтерҙа, лазер станокта эшләү һ.б. яңылыҡтар менән шөғөлләнәсәктәр.
Ауырғазы районы мәғариф бүлеге сайты мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: