Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ғинуар 2021, 23:37

Милли аҙыҡтар әҙерләү флешмобына ҡушылдылар

15 ғинуарҙа Ауырғазы районы мәктәптәре уҡыусылары милли аҙыҡтар әҙерләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте

15 ғинуарҙа Ауырғазы районы мәктәптәре уҡыусылары милли аҙыҡтар әҙерләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте
«Минең милли аҙығым» кулинар флешмобы милли аҙыҡ-түлекте киң таратыу, балаларҙа бешеренеү күнекмәләрен үҫтереү маҡсатын күҙ уңында тота.
Уҡыусылар рецепттар ғына йыйып ҡалманылар, милли аҙыҡтарҙы үҙ ҡулдары менән әҙерләнеләр. Ҡоймаҡтар, өсмөйөштәр, ҡыҫтыбый, талҡан һәм башҡа бик күп тәмлекәстәр булды.
бәлки, уҡыусылар араһында ашнаҡсы, кулинар һөнәрен һайлаусылар ҙа булыр, сөнки бындай саралар ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, һөнәр һайларға ла этәргес булып тора.
Район мәғариф бүлеге материалы буйынса.
Читайте нас: