Уның геройҙары – беренсе класс уҡыусылары. Улар музыка мәктәбенә күҙҙәренән бәхетле нур сәсеп ихлас килә һәм мөғжизә көткәндәй ошо ижади донъяла йәшәй.
Байрамда беренсе кластарҙы конкурстар, викториналар, мауыҡтырғыс мәсьәләләр көтөп торҙо. Хәҙер улар сәхнәлә сығыш яһау өсөн һәр көн көс түгергә, тырышырға кәрәк икәнен белә.
Бына был беренсе етди концертҡа ла улар бөтә мәктәп менән бергә әҙерләнде.
Тамашасылар пианинола уйнаусы Әмирә Вәхитоваға, скрипкасы ҡыҙ Аделина Абдуллинаға, ҡурайсылар Роман Платонов менән Алмаз Сәйфетдиновҡа, баянсыРәмис Фасиҡовҡа шатланып ҡул сапты. Беренсе класс хоры сәхнәгә сыҡҡас, уларҙы алҡыштарға күмделәр.
Өлкән класс уҡыусылары ла ситтә ҡалманы, улар үҙҙәренең музыкаль номерҙарын бәләкәстәргә һәм тамашасыларға бүләк итте. Артур Буланбаев гитара ҡылдарын сиртте, Эльвина Мөлөкова фортепианола, Арина Дәүләтова – скрипкала уйнаны, ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны, 4 класс хоры йырланы.
Беренселәргә өлкән дуҫтары йәш музыкант “миҙал”ын тапшырҙы.
Балаларҙың сағыу, йәнле ижады шатландыра, уларҙың музыкаға һөйөүе һүрелмәһен, ауырлыҡтарҙы үтеп, алға, уңыштарға юл ярһындар.
Мәҙәниәт бүлеге мәғлүмәте буйынса.