Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Декабрь 2020, 22:35

Яңы автобуслы булдылар

Ауырғазы районының Ҡорманай мәктәбенә өр-яңы автобус бирелде.

Яңы йыл байрамы алдынан бына шундай оҙаҡ көтөлгән бүләккә барыһы ла һөйөндө.
Мәғариф бүлеге начальнигы Р. Ғиләжетдинов ГАЗ автобусы асҡысын мәктәп директоры Р.Рафиҡовҡа тапшырҙы. Хәҙер Надеждино ауылынан йөрөп уҡыусы балалар мәктәпкә 12 кешелек транспортта киләсәк.
Заман талаптарына ярашлы, хәүефһеҙ, навигатор менән йыһазландырылған йылы, уңайлы автобусҡа балалар бик шат. Һалҡын ҡышта бик тә кәрәкле ул.
Районда 25 мәктәп автобусы 85 ауылдан 835 уҡыусыны ташый. Һуңғы өс йылда алты автобус яңыртылған. Уларҙың барыһында ла ГЛОНАСС спутник навигаторы, тахографтар бар.
Район хакимиәте сайты мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: