Мәҫәлән, уртансы төркөмгә башҡорт милли кейемендә Сәлимә исемле ҡурсаҡ килде. Балалар Әминә Тимербулат ҡыҙы менән уның кейемендәге биҙәктәрҙе ентекләп ҡаранылар, башҡорт телендәге атамаларын ҡабатланылар. Һуңынан рәсемдәге ҡурсаҡтар өсөн камзул менән күлдәкте бармаҡтары ярҙамында буянылар.
Өлкән төркөмгә Әминә Сәйетғәлиева башҡорттар милләте тураһында һөйләне. Ул башҡорт телендәге эш дәфтәрҙәрен һәм буяу өсөн махсус альбомдар менән эшләне. Һуңынан балалар «Тирмә», «Мөйөштәр», «Ҡурай» уйындарын ихлас уйнаны. Улар башҡорт кейемдәрен дә кейҙе, ҡурайҙы ла тотоп ҡаранылар.