Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2020, 16:07

Шиғри бәйгенең еңеүселәре асыҡланды

Ауырғазы районы мәктәптәре уҡыусылары араһында Башҡорт теле көнөнә ҡарата шиғыр һөйләүселәр араһында бәйге ойошторолдо. Дистанцион конкурс “Башҡорт телем – ғорурлығым” тигән баш аҫтында 9 декабргә тиклем дауам итте.

Уның маҡсаты булып башҡорт шағирҙарының ижадын популярлаштырыу, туған телгә, уның шиғри байлығын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу торҙо.
Конкурс өс категория буйынса ойошторолдо. 5-7 кластар уҡыусылары үҙҙәре һайлаған шиғырҙы ятлап, өс минуттан артмаған видеоролик төшөрҙө. Яҙманы баһалама комиссияһына ебәрҙеләр һәм Бәйләнештә селтәрендә баҫтырҙылар.
Иң яҡшылары тип Сәмән мәктәбенән Азалия Сәйфуллина (5 класс), Түрһәгәҙенән Илүзә Ҡаһирова (6 класс), Талбазы башҡорт гимназияһынан Лиана Йәлилова (7 класс) танылды.
Читайте нас: