Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2020, 21:11

Аудиторияларға арҙаҡлы профессорҙар исеме бирелде

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 6-сы корпусында күренекле башҡорт ғалимдары Марат Вәли улы Зәйнуллин һәм Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов исемендәге аудиториялар асылды.

Был билдәле ғалимдарҙың исемдәрен мәңгеләштереү, уларҙың ғилми эшмәкәрлеген баһалау һәм йәш быуында башҡорт тел ғилеменә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға булышлыҡ итеү маҡсатын күҙ уңында тота. Башҡорт теле йылында һәм 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнө алдынан ошондай сара үтеүе лә әһәмиәтле булды.
Марат Вәли улы Зәйнуллин – күренекле телсе-ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры (2010 йыл) итеп алына. Ул башҡорт филологияһы факультетын ойоштороуҙа ҡатнаша, студенттарға лекциялар уҡый, байтаҡ йылдар сығарылыш дәүләт имтихандарында рәйес вазифаһын башҡара.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында 2006 йылдан эшләй башлай. 2006 – 2016 йылдар арауығында монографиялар, студенттар, мәктәп уҡыусылары өсөн бик күп уҡыу әсбаптары, ҡулланмалар сығара. Ул БДПУ-ла эшләй башлаған йылдарҙа уҡыу йортона бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың исемен бирелә. Әхмәт Сөләймәнов Аҡмулланың ырыуҙаштары йәшәгән төбәктәргә экспедициялар ойоштороп, ошо йәһәттән дә ҙур эштәр башҡара.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова әйтеүенсә, Башҡорт теле йылында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты матур күрһәткестәргә өлгәшеп, башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү буйынса бихисап эштәр башҡарған. Башҡорт филологияһы факультетында арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен йөрөткән аудиторияларҙың асылыуы ла – ошо матур сараларҙың дауамы. Заманса йыһазландырылған был уҡыу кабинеттарында студенттар төрлө проекттар, тикшеренеү эштәре үткәрер, сит ил ғалимдары менән бәйләнешкә сығыр тип күҙаллана.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сайты материалдары буйынса.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Читайте нас: