Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Декабрь 2020, 23:50

РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАЛАРЫ СТУДЕНТТАРЫ АРАҺЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ БУЙЫНСА РЕСПУБЛИКА ОЛИМПИАДАҺЫ ҮТТЕ

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы 25 ноябрҙән 27-нә тиклем республика профессиональ белем биреү ойошмалары студенттары араһында башҡорт теле буйынса олимпиада үткәрҙе.

Олимпиада Башҡорт теле көнөнә арналған саралар сиктәрендә уҙғарылды. Уның маҡсаты- башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тәрән белемгә эйә булған һәләтле, талантлы студенттарҙы асыҡлау һәм милли мәҙәниәттең мөһим өлөштәренең береһе булараҡ башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.
Олимпиада ике йүнәлеш буйынса үткәрелде: башҡорт телен туған теле булараҡ һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр.
Олимпиада өс турҙан торҙо:
беренсе тур - һынау эштәре,
икенсе тур – тәҡдим ителгән темаларға инша яҙыу,
өсөнсө тур – тәҡдим ителгән темалар буйынса проект эштәрен яҡлау.
Коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау шарттарын иҫәпкә алып дистанцион үткәрелгән олимпиада электрон ресурстар мөмкинлеген ҡулланып ойошторолдо. Белем биреүҙең беренсе һәм икенсе этабы «ЯКласс» белем биреү платформаһында, өсөнсө этап – Zoom видеобәйләнеше аша үтте.
66 профессиональ белем биреү ойошмаларынан 525 студент ҡатнашты(2019 йылда – 116 ҡатнашыусы).
*Олимпиада еңеүселәре :
- башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт буйынса - Зөлфиә Ғаязова, Нефтекама нефть колледжының 1-се курс студенты;
- дәүләт теле булараҡ башҡорт теле буйынса - Хәбирова Эльвина, Өфө күп профилле профессиональ колледжының 1-се курс студенты.
*Олимпиада призерҙары :
Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт буйынса –Сибай педагогия колледжы, Өфө күп профилле профессиональ колледжы, Бәләбәй гуманитар-техник колледжы, Ишембай нефть колледжы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы, Нефтекама педагогия колледжы, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжынан 9 студент;
Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле буйынса –Ишембай нефть колледжы, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы, Нефтекама машиналар эшләү колледжы, Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжы, Бәләбәй гуманитар-техник колледжы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы, Октябрьский нефть колледжы, Өфө автотранспорт колледжы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан 15 студент.
*Белешмә*. Башҡорт телен Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ профессиональ белем биреү ойошмаларында - 33 524 уҡыусы, башҡорт телен туғантел булараҡ - 7 297уҡыусы өйрәнә. Туған теле булараҡ шулай уҡ татар, сыуаш телдәре өйрәнелә.
Профессиональ белем биреү ойошмаларында 190 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй.
Читайте нас: