Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Сентябрь 2020, 14:10

«Күңелле әлифба» акцияһы үтте

18 сентябрҙә Ғ. Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһы һәм «Китап табип» библиотерапия үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Күңелле әлифба» акцияһын ойошторҙо

18 сентябрҙә Ғ. Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһы һәм «Китап табип» библиотерапия үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Күңелле әлифба» акцияһын ойошторҙо. Ул балаларҙы китап уҡырға ылыҡтырыу маҡсатында эшләнә.
Китапханасылар йыл һайын социаль әһәмиәтле учреждениелар – дауахана, балалар баҡсалары, «Ғаилә» үҙәге, район мәктәптәренә бара.
Сентябрҙә улар «Ярослава» кризис үҙәгендә йәшәүселәргә китап менән аралашыу шатлығын бүләк итте һәм китапханаға яҙылырға саҡырҙы,. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларға «Китап табип» библиотерапия үҙәге булыуы тураһында һөйләне. Балалар унда төрлө уйынсыҡтар, өҫтәл уйындары, яңы китаптар һәм журналдар барлығы, дәрестәр һәм байрамдар үткәрелеүе, хатта Ҡурсаҡ библиотеатры эшләүе тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы.
«Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» акцияһына ҡушылып, йыл һайын кешеләр китапханаға китап бүләк итә. Китапханасылар ошо коллекциянан әҙәби шәлкем яһап алып килгән, кризис үҙәгендәге балалар өсөн - балалар нәфис әҙәбиәте һәм донъяны танып белеү буйынса китаптар, ә әсәйҙәр өсөн - урыҫ әҙәбиәте һәм сит ил классикаһын. Китапханасылар «Ярослава»ла бәләкәй китапхана буласағына шатлана, ул ҡыҙыҡлы әҙәбиәт менән даими тулыландырылып торор. «Китап уҡыған балалар уйлай белгән кеше булып үҫә» тигән хикмәтле төшөнсә бар бит.
Китап бүләк итеү акцияһы әҙәбиәт донъяһы менән аралашыуҙан ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре дуҫтарға, туғандарға, мәктәптәргә, балалар учреждениеларына китаптар бүләк итеүгә ҡушылырға саҡыра.
Акцияла һәр кем ҡатнаша ала!
Читайте нас: