Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Август 2020, 18:15

Гимназияның таланттары бихисап

Бына уҡыуҙар ҙа килеп етте

Илдә “тажлы вирус” пандемияһы сәбәпле, тормошобоҙға төрлө сикләүҙәр ҙә индерелде. Ә шулай ҙа мәктәптә дуҫтарың, тиңдәштәрең менән аралашып, уҡытыусыны парта артында ултырып тыңлап, булған һорауҙарыңа шунда уҡ яуаптар алып уҡыуға етәме ни?! Балалар һау-сәләмәт булып, бергә уҡыһындар, осрашһындар, бер-береһен күреүҙән мәхрүм булмаһындар ине. Талбазы башҡорт гимназияһы ла уҡыусыларын ҡабул итергә әҙер.
Быйыл республикала Башҡорт теле йылы иғлан ителгәне барыбыҙға ла мәғлүм. Шул уңайҙан һәләтле балаларҙың сығыштарын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итә башлағайныҡ инде.
Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыларының Башҡорт телен асыу тантанаһында ҡуйған концерт номерҙарынан өҙөктәрҙе хәҙер инде етенсе класс уҡыусыһы Фәнис Хөснуллин дауам итә. Ул музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә. Спорт менән дуҫ: каратэ (киокушинкай) буйынса гел генә тәүге урынды яулап килә. Республика ярыштарында ла үҙ категорияһында еңеүҙәре менән һөйөндөрөп тора. Гимназияның “Дуҫлыҡ” ҡурай ансамблендә лә ихлас шөғөлләнә.
Артабан да ҙур уңыштар яуларға яҙһын һиңә, Фәнис!
Читайте нас: