Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март 2020, 15:40

Конкурста ҡатнашыу файҙалы булды

Быйыл миңә 25-се тапҡыр уҙғарылған төбәк–ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” конкурсында ҡатнашыу бәхете тейҙе

56 уҡытыусы көс һынашты, беҙҙең арала Һамар, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгәндәр ҙә бар ине. ”Башҡа йылдарға ҡарағанда, конкурс бик йәнле барҙы, конкурсанттарҙың да әҙерлек кимәле юғары”, - тип билдәләп үтте баһалама ағзалары.
Конкурстың 1-се этабы – “Методик портфолио”ны яҡлау булһа, 2-се этабы “Милли кейемде презентациялау”, “Асыҡ дәрес”, “Кластан тыш сара”, “Оҫталыҡ класы” бәйгеләренән ғибарәт ине.
“Милли кейемде презентациялау” һынауында һәр конкурсант үҙҙәре йәшәгән төбәккә хас булған милли кейем менән таныштырҙы һәм уның аша телгә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүе тураһында һөйләне. Мин беҙҙең яҡҡа хас булған оҙон кейемдәрҙән еләнгә туҡталып үттем. “Беҙҙең яҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының еләне билләп тегелгән, итәге ҡыйылып торған һәм тығыҙ ҡаптырма ҡуйылған. Уларҙың ҡыҫҡаһы ла, оҙоно ла булған. Ваҡ тәңкә, төҫлө һыҙаттар, уҡа-суҡтар менән биҙәлгән. Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, тәңкәләр менән елән итәген, арҡаның ҡалаҡ һөйәге өлөшөн, бил эргәһендәге уҡаһын биҙәгәндәр”...
“Милли кейемдәр” конкурсы бик сағыу барҙы, уҡытыусыларҙың сығыштары береһенән-береһе үҙенсәлекле ине.
Артабан Өфө ҡалаһының 49-сы мәктәбендә асыҡ дәрес, Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында ”Миңлеғәли Шайморатов - герой” темаһына класс сәғәте үткәрҙем. Ҡала балаларының фекер ҡеүәһе юғары, тәртибе тейешле кимәлдә икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем.
“Оҫталыҡ класы”нда үҙебеҙҙең эшебеҙҙә иң яҡшы тип тапҡан алымдарҙы коллегалар менән уртаҡлаштыҡ. Конкурстың был этабы методик яҡтан бик файҙалы булды, бик күп яңы технологиялар менән таныштырҙы.
“Мәғариф проекты”нда ҡатнашыу, Рәми Ғариповтың “Һәр һөнәрҙең үҙ шиғриәте” һүҙҙәре буйынса әҙерләнгән асыҡ лекцияла сығыш яһау - конкурстың иң бейек нөктәһе булды.
Конкурс минең өсөн ҙур һынау мәктәбе булды. Мәктәптәге 20 йыллыҡ хеҙмәтемә йомғаҡ яһалды. Конкурс һынауҙарын уңышлы атҡарып сығыуыма ярҙам иткән, әлбиттә, район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғиләжетдиновҡа, лицей директоры Л.Васильеваға, туған телдәр буйынса район методисты Э.Әбсәләмоваға, коллегаларым л.Чанышева, А.Ғүмәрова, Р.Исламғолова, Р.Шамсунова, Г.Шәйәхмәтоваларға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Конкурс тамам. Хафалы, йоҡоһоҙ төндәр артта ҡалды. Күңелдә тыныслыҡ, ниндәйҙер еңеллек. Алда яңы үрҙәр, яңы конкурстар...
Гөлфиә Булатова,
Талбазы лицейы уҡытыусыһы.
Читайте нас: