Рух
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Март 2020, 01:00

«Зарница» - көслөләр, илһөйәрҙәр уйыны

Райондың Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбендә «Зарница» хәрби-спорт уйыны үтте

Райондың Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбендә «Зарница» хәрби-спорт уйыны үтте. Ул «Башҡортостан патриоттары» республика фестивале сиктәрендә һәм «Йәш армия» хәрәкәтенең урындағы бүлеге планына ярашлы ойошторолдо.
Уйында 14-16 йәшлек уҡыусыларҙан торған 16 команда ҡатнашты. Сарала шулай уҡ Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хәрби комиссариаты вәкилдәре, район хакимиәтенән йәштәр бүлеге белгесе Л.Шаганц, мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғиләжетдинов, белгес О.Иванова саҡырылды.
Тантаналы асыу ваҡытында Рим Биктимеров бында иң әүҙем ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылғанын билдәләп үтте.
Бындай сараларҙың үткәрелеүе йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләй, тине О.Иванова. балаларға ғәҙел уйын, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙамсыл булыуҙарын теләнеләр.
Уйын төрлө йүнәлештәге, төрлө йөкмәткеле этаптарҙан торҙо. Йәшүҫмерҙәрҙән уйын яҡшы физик әҙерлек, зирәклек, фекерләй белеү, тәртип талап итте.
Сафта йөрөү әҙерлегенән алып автоматты һүтеү-йыйыу, викторина һорауҙарына яуап биреү кеүек мәсьәләләрҙе еңеп сығырға кәрәк ине. Шулай уҡ көс гимнастикаһы, пневматик винтовканан атыу, шәхси һаҡланыу сараларын ҡуллана белеү оҫталыҡтарын да күрһәттеләр.
Уйын йомғаҡтары буйынса Нуғаҙаҡ ауылы мәктәбе еңеү яуланы, улар күсмә кубок, грамота, волейбол туптары менән бүләкләнде.
Талбазы командаһы икенсе урында, Бишҡайын һәм Сыуаш Ҡарамалыһы мәктәптәре өсөнсө урынға сыҡты.
Башланғыс хәрби күнекмәләрен спорт уйыны формаһында һынап ҡарау балаларға ҙур кисерештәр бирҙе.
Улар үҙҙәренең көслө яҡтарын күрһәтә белде, ҡатмарлы хәлдәрҙә дөрөҫ юл таба белеүҙә файҙалы күнекмәләр алды.
Район мәғариф бүлеге сайты материалдары буйынса.
Читайте нас: