Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Кәлсербуран мәктәбендә «Балаларҙы тәрбиәләүҙә атай роле» тигән темаға конференция үтте.
Ғаиләлә атай роле тураһында һөйләшеү булды. Шулай уҡ ата-әсәләр кемдең балаларға тәрбиә биреүҙә кемдең нисек ҡатнашыуы тураһындағы һорауға яуап бирҙеләр.
Сараға килгән атай-олатайҙар йәшлектәрен иҫкә алып, сафта йөрөү ҡағиҙәләрен белеүҙәрен иҫбатланы.
Уҡыусы малайҙар менән бергә улар төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Атайҙар ҙа, балалар ҙә сәмләнеп уйнаны, бер-береһе өсөн борсолдо, һынатмаҫҡа тырышты.
Был бергә үткәргән ваҡыт атайҙарҙың балалары менән мөнәсәбәттәре, мәктәп менән бәйләнештәре тураһында тағы бер уйланырға мәжбүр иткәндер, моғайын. Ғаиләлә ҡыҙ бала үҫәме, малаймы, атайҙың роле, уның тәрбиәһе мөһим, ул сабыйына таяныс, өлгө, кәңәшсе булып ҡалырға тейеш.