Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Февраль 2020, 00:20

Уҡыусылар Раштыуа байрамына саҡырылды

Быйыл Өфөгә саҡырылыусылар араһында Талбазы башҡорт гимназияһының 1–се класс уҡыусылары ла бар ине

Уҡыусылар Раштыуа байрамына саҡырылды
Быйыл Өфөгә саҡырылыусылар араһында Талбазы башҡорт гимназияһының 1–се класс уҡыусылары ла бар ине.
Республикала “ Ҡыш бабайға хат” проекты быйыл 17-сегә уҙғарылды. Проектта өс йәштән алып ун биш йәшкә тиклем Башҡортостандың барлыҡ райондары һәм ҡалаларынан балалар ҡатнаша. Улар Ҡыш бабайға хат яҙалар. Унда йыл буйына нимәгә өйрәнгәндәр, ниндәй яҡшы эштәр башҡарғандар, кемдәргә ярҙам ҡулы һуҙғандар, ниндәй уңыштарға ирешкәндәр - барыһын да теҙеп яҙалар. Ҡыш бабайға яҡшы теләктәр, шиғырҙар яҙып, һүрәт тә төшөрөп ебәрәләр.
Проектта еңеп сыҡҡан 1500 уҡыусы Өфө ҡалаһына Раштыуа байрамына саҡырыу ала.
Быйыл саҡырылыусылар араһында Талбазы башҡорт гимназияһының 1–се класс уҡыусылары Ралина Әлимбәкова, Алик Заһитов, Самира Ишмакова, Ильяс Мөхәмәтйәров, Алмаз Шәфиев тә бар ине.
Улар беренсе тапҡыр Ҡыш бабайға хат яҙҙылар. Һәм бына шатлыҡлы хәбәр: уларға Раштыуа байрамына саҡырыу килде. Өфөгә барып, балалар рәхәтләнеп байрам кисәһендә ҡатнашты, үҙҙәренә яңы дуҫтар тапты, фотоға төштө. Был сәфәр уҡыусыларҙың күңелендә тик матур хәтирәләр ҡалдырҙы.
Уҡыусылар киләсәктә лә мөғжизәгә ышанһындар, барлыҡ уйлаған теләктәре тормошҡа ашһын.
Айгөл Сатлыҡова.
Читайте нас: