Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль 2020, 01:25

Гимназия яҡын миңә Тыуып үҫкән өйөмдәй

Декабрь аҙағында Талбазы башҡорт гимназияһының егерме йыллығына арналған байрам кисәһе үтте

Гимназия яҡын миңә
Тыуып үҫкән өйөмдәй
Егерме йыл... Бер ҡараһаң, аҙ кеүек, икенсе яҡтан иһә гимназия ошо арала төрлө үҙгәрештәр кисергән, тағы ла күркәмләнгән, күпме уҡыусыға ҡанат ҡуйып осорған.
Декабрь аҙағында Талбазы башҡорт гимназияһының егерме йыллығына арналған байрам кисәһе үтте. Был сараға район хакимиәтенән ҡунаҡтар, ошо дәүерҙә бында директор вазифаһын башҡарған кешеләр, эшләп киткән хеҙмәткәрҙәр, белем алып, инде үҙаллы тормош юлы башлаған төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары саҡырылғайны.
Бер аҙ тарихҡа күҙ һалайыҡ. 1999 йылдың сентябрендә Ауырғазы районының үҙәге Талбазыла 6-сы балалар баҡсаһы бинаһының икенсе ҡаты гимназия өсөн бүленә. Беренсе башҡорт гимназияһы булһын өсөн шул йылдарҙа район хакимиәтен етәкләгән Миҙхәт Хәбибулла улы Вәлитов, район мәғариф бүлеге начальнигы Валерий Сәлим улы Нагаев, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Юламанова күп эштәр башҡара.
Төрлө ауылдарҙан балалар йыйыла. Кәрәкле йыһаз, парталар, китаптарҙы район мәктәптәренән килтерәләр. Гимназияның тәүге директоры Светлана Атмасоваға тейешле нәмәләрҙе булдырыу өсөн күп йүгерергә тура килә. Был яуаплы эштә шулай уҡ Светлана Юлмөхәмәтова, Зөлфир Ҡыҙрасов күп көс һала. Бөгөн уны Илнур Мәҡсүтов дауам итә.
Гимназияла эшләүселәр ҙә, уны тамамлаған уҡыусылар ҙа Минниса Ҡасим ҡыҙы Мөхәмәтованы айырым хөрмәт менән ололап иҫкә ала. Миңниса Ҡасим ҡыҙының гимназияның күтәрелеүенә, уның мәртәбәһен арттырыуға, матди-техник базаһын нығытыуға һалған тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Ул гимназия тормошо менән йәшәне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, һуңғы көндәренә тиклем был белем усағының тынын тойоп, уның эше менән ҡыҙыҡһынып торҙо.
Хәҙер гимназияла шарттар яҡшы, бында уҡыу, йәшәү өсөн өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Төрлө спорт секциялары, түңәрәктәр эшләп килә. Уҡыусылар ҙа уңыштары, ярыштарҙа еңеүҙәре менән һөйөндөрөп тора. Бында һәр саҡ йылы мөхит, уңайлылыҡ, бөхтәлек.
Юбилейға саҡырылған ҡунаҡтарҙан М.Вәлитов, В.Нагаев, В.Ишемғоловалар гимназияның тәүге көндәренән бөгөнгә тиклем ниндәй юл үткәнен, кемдәр уның гөрләп эшләп китеүенә көс һалғанлығы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шул осорҙағы ҡыйынлыҡтар, аҡсаһыҙлыҡ булыуына ҡарамаҫтан, бында эш башлаған уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, техник хеҙмәткәрҙәрҙең ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, бар көсөн һалып фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙәрен билдәләп үттеләр. Ул ваҡытта Башҡортостан Президенты булып торған Мортаза Рәхимов та ярҙам күрһәтә, бындағы эштәрҙе шәхси контролдә тота. Барыһы ла тиерлек Миңниса Мөхәмәтованың тырышлығын баһалап үтте. Валентина Ишемғолова уның гимназия өсөн бөтә йөрәген биреп, ал-ял белмәй эшләүен, төҙөлөш эштәре барғанда янып-борсолоп йөрөүҙәрен, ҡыйыулығын, ныҡышмалылығын иҫкә төшөрҙө. Миңниса Ҡасим ҡыҙы һәр баланың ғаилә хәлен белеп, кәйефен тойоп йәшәне, уҡыусыларға республиканың төрлө урындарын күрһәтеп сығыуға өлгәште.
Гимназияны тамамлап сыҡҡан уҡыусылар бөгөн республиканың һәм Рәсәйҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында белем ала. Улар уҡытыусыларына, йылы ҡанаты аҫтына алған интернатҡа рәхмәтле.
Һәр ҡунаҡ гимназияға бүләк тапшырҙы, уҡытыусыларға ижади уңыштар, уҡыусыларға яңы үрҙәр яулауҙарын, бөтә коллективҡа һаулыҡ, именлек теләне. Ата-әсәләр комитеты исеменән Г.Ильясова белем усағының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Төрлө сараларҙың, байрамдарҙың матур ойошторолоуы, уҡытыусыларҙың мөнәсәбәте, коллективтың бер ғаиләләй эшләүҙәре менән һоҡланыуҙарын белдереүе бик әһәмиәтле булды. Ата-әсәнең хөрмәтен, ихтирамын тойоу – уҡытыусы өсөн иң ҙур бүләк ул.
Уҡыусылар көсө менән әҙерләнгән матур концерт номерҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Талантлы йырсылар ҙа, ҡурайсылар ҙа, бейеүселәр ҙә үҫеп килә бында.
Башҡорт гимназияһы тағы ла ҙурыраҡ юбилейҙарын билдәләһен, мәртәбәһе тағы ла артһын. Бында ҡанат нығытҡан уҡыусылар менән ғорурланһын, гөрләһен, тағы ла ҡупшыланһын.
Уңыштар һиңә, Гимназия!
Читайте нас: