Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль 2020, 16:45

Балыҡтарҙы ҡотҡарабыҙ!

Февраль башланыу менән күлдәге тереклеккә Талбазы лицейының 5Б класс уҡыусылары, уларҙың ата - әсәләре ярҙамға ашыҡты

Балыҡтарҙы ҡотҡарабыҙ!
Ҡыш миҙгеле мөғжизәле, серле мәл, тибеҙ. Эйе, был әлбиттә шулай.
Тик, белеүебеҙсә, был ваҡытта хайуандар, ҡоштар өсөн бик еңелдән түгел. Аҙыҡ табыуы ауырлаша, һыуыҡтарҙа ышыҡ кәрәк.
Ҡышҡы осорҙа балыҡтарға ла ярҙам талап ителә. Боҙ аҫтында ҡалған йән эйәләренә кислород етешмәй. Шунлыҡтан һыу ятҡылыҡтарында һалҡын осорҙа тиҫтәләрсә мең балыҡ үлә.
Февраль башланыу менән күлдәге тереклеккә Талбазы лицейының 5Б класс уҡыусылары, уларҙың ата - әсәләре ярҙамға ашыҡты, шулай уҡ 9В класс уҡыусылары менән 5А класынан Динислам Әмерханов та үҙ теләге менән уларға ҡушылды.
Күлдәге һыуҙы кислород менән байытыу өсөн бик күп кенә мәке уйылды. Уҡыусылар, ата-әсәләр үҙҙәре менән бырау, балта, көрәктәр менән ҡоралланғайнылар.
«Мәкеләр уябыҙ – балыҡ ҡотҡарабыҙ» тигән маҡсат менән башҡарылды был эш.
Уйылған һәр мәке һыуҙы кислород менән байытҡанын уҡыусылар бик асыҡ аңлай, сөнки биология фәненән күп тапҡырҙар уның тураһында һүҙ алып барылды. Тимәк, балыҡтарҙың күпселеген үлемдән ҡотҡарыуҙа уҡыусылар үҙҙәренең ҙур өлөш индереүҙәрен аңлы эшләй.
Был эштә әүҙем ҡатнашҡан Хабибуллиндар, Камендагалиевтар һәм Әмерхановтар ғаиләләренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ти Талбазы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Исламғолова.
Читайте нас: