Тау битендә үтте дәрес...
Ҡышҡы мөғжизәле осорҙа балалар өсөн төрлө уйындар, шөғөлдәр уйлап табырға була. Сана-саңғы йә тимераяҡта шыуыуҙан тыш, улар ҡарҙан төрлө фигуралар әүәләргә ярата. Саф һауала булыу барыһына ла оҡшай.
Түрһәгәҙе мәктәбенең башланғыс кластары уҡыусылары ла уҡытыусылары Алһыу Раянова менән ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия яһаны. Улар ҡыш миҙгеле тураһында һөйләштеләр, тирә-яҡты күҙәттеләр, һығымта яһанылар.
Уҡыусылар был көндө ҡарҙы уйып алып уйнанылар. Улар кемдә ниндәй фигура килеп сығыуын күрһәтеп, кемуҙарҙан тағы ла ҡыҙыҡлырағын киҫеп алырға тырыштылар. Алдағы епшек ҡарҙан һуң көнө лә бик ҡулай тура килде.
Балаларҙың шат тауыштарынан тау битләүе гөрләп торҙо. Был ғәҙәти булмаған дәрестән кәйефтәре күтәрелеп, уҡыусылар ҡәнәғәт ҡалды.
Улар экскурсиянан алған тәьҫораттары буйынса рәсем төшөрөп, хикәйә яҙып килергә тигән теләк белдереп таралышты.