Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2020, 14:35

Лиана - туған теленә ғашиҡ ҡыҙ

Мораҙым мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Лиана Ҡунаҡҡулова Өфө үткәрелгән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашты

Мораҙым мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Лиана Ҡунаҡҡулова Өфө үткәрелгән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашты. Ул өс турҙы уңышлы үтеп, призлы урын яуланы.
Лиана өсөн был икенсе еңеү. Үткән йыл үткәрелгән олимпиадала ла 9-сы кластар араһында призлы урын алғайны.
  • Лиана - маҡсатына ынтылыусы ҡыҙ. Бирелгән эштәрҙе ваҡытында үтәүе, яҙма эштәргә үҙенең ижади ҡарашы, ҙур күләмле әҫәрҙәрҙе ятлап алыуы менән уңышҡа ирешә, - тип иҫәпләй уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсара Килдина.
  • Йыл һайын ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәреү матур традицияға әйләнде.
    Быйыл ул республикала 31-се тапҡыр үткәрелде. Өс көн буйына барған сәмле ижади ярышта 300-ҙән ашыу кеше – Башҡортостандың район-ҡалаларынан; күрше өлкәләрҙән – Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан, Ырымбур өлкәһенең Новосергиев, Төйлөгән, Александров райондарынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән уҡыусылар ҡатнашты.
    Ярышта ҡатнашыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, диалог ҡороу оҫталығын күрһәтте, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телде яратып өйрәнеүен иҫбатланы.
    Читайте нас: