Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ғинуар 2020, 18:15

Шундай оҫталар бар беҙҙә

Мин үҙемдең яҙмамды эшен яратып башҡарған, тырыш, уңған, хеҙмәт һөйгән, тормошта үҙ урынын тапҡан Римма Ғәлимйән ҡыҙы тураһында яҙып үтмәксемен

Шундай оҫталар бар беҙҙә
Үҙ эшен биш бармағы кеүек белгән белгестәрҙе хеҙмәттәштәре лә, етәкселәр ҙә, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә.
Мин үҙемдең яҙмамды эшен яратып башҡарған, тырыш, уңған, хеҙмәт һөйгән, тормошта үҙ урынын тапҡан Римма Ғәлимйән ҡыҙы тураһында яҙып үтмәксемен.
Тормош булғас, бер ҙә мөрәжәғәт итмәй торманым, һәр ваҡыт аптырап та , ҡыҙыҡһынып та, көнләшеп тә ҡарап ҡуя инем уның йүгерек ҡулдарына. Шул ҡәҙәрле оҫталыҡты хоҙай биргән бит тип, рәхмәттәремде уҡый-уҡый сығып китә торғайным.
Римма Ғәлимйән ҡыҙы Ауырғазы районының Солтанморат ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Уңышлы ғына итеп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, уҡып алған белеме менән тәбиғәттән бирелгән оҫталығын бергә бәйләп, уҡыусы күңеленә еткерергә ашыға. Бәләкәйҙән рәсем төшөрөргә, тегергә, бешерергә яратҡан был йәш, сибәр ҡыҙ ең һыҙғанып эш башлап китә. Дөрөҫөрәге, ижад итә башлай. Аңлатмалы һүҙлектә “ижад” төшөнсәһе бына былай аңлатыла.
Ижад ул - бығаса бер ҡайҙа ла билдәле булмаған ниндәйҙер яңылыҡ барлыҡҡа килтереү эшсәнлеге, ә инде ижадсы иһә үҙ аҡыл һәләте менән уйлап, яңылыҡ керетеүсе, һәр нимәгә ижади ҡараусы.
Бына шуларҙың барыһына ла тап килә лә инде беҙҙең Риммабыҙ. Һәр рәссам үҙенең рәсемендә төрлө саралар ярҙамында, үҙе күргән матурлыҡты башҡаларға ла күрһәтергә ынтылған кеүек, ул да матурлыҡҡа ынтыла.
Ул рәсем буйынса традицион техника - акварель, гуашь, май, пастель кеүек төшөрөү менән бер рәттән яңы техникалар өҫтөндә лә уңышлы ғына эшләп килә, улар - "Витраж", "Монотипия", "Епле график", "Кейеҙ", "Батик", "Эбру", "Йөндән картиналар" һ.б..
Уҡыусыларҙы ла был эштәргә йәлеп итеп, ҡыҙыҡһындырып, яҡты юл күрһәтеп бара. Рәсем, хеҙмәт дәрестәре буйынса төрлө ғилми-ғәмәли конференциялар, олимпиадалар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре Римма Усманова һәм уның уҡыусыларынан башҡа уҙмай тиһәм дә яңылышмам. Һәм еңеүһеҙ, беренсе урынһыҙ ҡайтҡанын да, ҡалғанын да хатта хәтерләмәйем.
Мәктәп, район байрамдарының, сараларының, күргәҙмәләренең тап уртаһында гел алтын ҡуллы Римма апайыбыҙҙы күрергә тура килә.
Уның картиналары, төрлө папье-маше техникаһы менән эшләнгән хайуандар һыны, битлектәр, бәйләнгән әйберҙәр түрҙән урын алып. байрамдарға йәм өҫтәп торалар.
Римма Ғәлимйән ҡыҙы гел эҙләнеүҙәр, асыштар, ижади пландар менән янып йәшәй.
Уның "Матурлыҡ - донъяны ҡотҡарыр" тигән маҡсат менән алға ынтылыуы барлыҡ йәштәр өсөн яҡты маяҡ булып тора. Уҡыусылары араһында уның һөнәрен үҙ итеүселәр ҙә байтаҡ. Бүлмәһендә лә ул бер ҡасан да үҙе генә тилмереп ултырмай, ә һәр саҡ балалар менән уратып алынып, ниҙер аңлатыуын күҙәтәм. Бына ул, үҙ эшенең оҫтаһы тип, ситтән генә ҡамасауламай ҡарап торам.
Римма Ғәлимйән ҡыҙы уҡыусыларының ваҡ ҡына уңыштарына ла ҡыуана, сөнки ул шуға инанған: матурлыҡты күрә белгән кеше генә һәйбәт, изге күңелле булып үҫә һәм донъя күркәм булһын өсөн барыһын да эшләйәсәгенә ышана.
Һөнәрле кеше - хөрмәт күрә, тигән халыҡ мәҡәле тап Римма Ғәлимйән ҡыҙы тураһында әйтелгәндер ҙә инде.
Балаларға булған сикһеҙ һөйөүегеҙ, һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн дә хөрмәткә күмелеп, бик күп йылдар ижад итергә, эшләргә яҙһын һеҙгә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА.
Читайте нас: