Рух
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2019, 11:00

Түрһәгәҙе мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә арналған “Алтын тирмә” викторинаһы үткәрелде

Түрһәгәҙе мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә арналған “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны викторина форматында үтте.Өлкән синыфтарҙан ике команда төҙөлдө.

Түрһәгәҙе мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә арналған “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны викторина форматында үтте.
Өлкән синыфтарҙан ике команда төҙөлдө. Улар үҙҙәре тураһында һөйләгәс, уйын шарттары менән таныштылар.
Уйын ҡағиҙәләре лә бик ҡыҙыҡлы уйланылған:
- Ғәҙел уйна.
- Еңелеү ҡыйын, ләкин асыуланма.
- Еңелеүселәрҙән көлмә.
- Еңһәң- шатлан, ләкин танау күтәрмә.
- Ныҡ бул, уңышһыҙлыҡтарға бошонма.
Һорауға беренсе булып яуап биргән командаға тәңкә бирелә барҙы. Иң күп тәңкә йыйыусылар еңеү яулаясаҡ.
“Кем сосораҡ?”, “Кем зирәк?”, “Серле һандыҡ” турҙарындағы төрлө һорауҙарға уҡыусылар кемуҙарҙан яуап бирергә тырышты. Башҡортостан географияһы, ҡалалары, яҙыусылар, матбуғат баҫмалары тураһында белемдёрен барланылар.
Фразеологик берәмектәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар сисеү бигерәк тә йәнлелек индерҙе.
Малайҙарҙың “Урал батыр” командаһы еңеү яуланы, улар үҙ белемдәрен күрһәтә белде.
“Тыуған еребеҙҙе, уның тәбиғәтен, тарихын, шәхестәренең яҙмыштарын тәрәнерәк өйрәнәйек, туған телебеҙҙе ихтирам итәйек, яратайыҡ” – балалар шундай йомғаҡлау яһаны.
Алһыу Ураҙ ҡыҙы әйтеүенсә, викторинаның маҡсаты уҡыусыларҙың тел тураһында белемдәрен арттырыуға, телмәрен, логик фекерләү күнекмәләрен үҫтереүгә, тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Балалар тағы бер уйланды, хәтерҙәрен яңыртты, сара бик әһәмиәтле булды, тип иҫәпләй ул.
Рәүилә БАРДЫБАЕВА.
Читайте нас: