Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2019, 10:30

Мең йыллыҡ тарихы булған башҡортто башҡорт иткән нимә? Ул- ғәзиз башҡорт телем!

Бөгөн, 14 декабрь- башҡорт теле көнө, тип билдәләнә лә инде! Был оло байрамдан Талбазы ауылы лицейы уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Һәр башҡорт телен үҙ телеме, әллә инде дәүләт теле булараҡ уҡыған уҡыусы булһынмы, үҙҙәренең ыңғай ҡараштарын әйтә, күрһәтә, иҫбатлай алдылар.

Бөгөн, 14 декабрь- башҡорт теле көнө, тип билдәләнә лә инде!
Был оло байрамдан Талбазы ауылы лицейы уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Һәр башҡорт телен үҙ телеме, әллә инде дәүләт теле булараҡ уҡыған уҡыусы булһынмы, үҙҙәренең ыңғай ҡараштарын әйтә, күрһәтә, иҫбатлай алдылар.
Ер, һыу, һауа, күҙ ҡараштары ҡамашырлыҡ тәбиғәт биргән республика теле йәшәргә хаҡлы, тигән һығымта яһалды.
Үҙҙәренең йәшәү тамырҙары, булмыштары, яҙмыштары менән башҡорт ерендә икәнлекте һәр кем аңлап, аңлатырға тырышты.
Донъяла һәр халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы - теле бар.
Башҡорт тигән исемде бөгөнгө көнгә һәм киләсәккә еткерер өсөн халҡым быуаттар буйы азатлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәшкән, беҙгә килтереп еткергән. Ә инде беҙҙең бурыс. артабан һаҡлау, яҡлау.
Беҙ уны юғалтырға, оноторға һис юл ҡуймаясаҡбыҙ!
Ошондай тура, үткер һүҙҙәр менән үтте беҙҙең лицейҙа башҡорт теле көнөнә арналған һәр кисә.
Талбазы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Рәйсә Усман ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВА.
Читайте нас: