Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2019, 14:40

Уҡытыусылар көнөнә бағышланған флешмобҡа ҡушылығыҙ!

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө. Был көндө беҙ ошо оло һөнәр эйәләрен ҡотлайбыҙ! Мин һеҙгә беренсе уҡытыусыларыбыҙ тураһында яҙырға тәҡдим итәм. Әлбиттә, үҙем башлайым.Һүҙем Белорет районы Ҡаһарман ауылы мәктәбендә уҡытҡан беренсе уҡытыусым – Рәйсә Мөстәҡим ҡыҙы Шәрипова(Хәйруллина) тураһында.

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө. Был көндө беҙ ошо оло һөнәр эйәләрен ҡотлайбыҙ!
Мин һеҙгә беренсе уҡытыусыларыбыҙ тураһында яҙырға тәҡдим итәм. Әлбиттә, үҙем башлайым.
Һүҙем Белорет районы Ҡаһарман ауылы мәктәбендә уҡытҡан беренсе уҡытыусым – Рәйсә Мөстәҡим ҡыҙы Шәрипова(Хәйруллина) тураһында.
Рәйсә апай (беҙ шулай өндәшә инек) беҙҙе беренсе мәртәбә ҡулға ручка тотоп яҙырға, уҡырға өйрәтте. Ул һәр ваҡыт тыныс, сабыр булды. Һәр һөйөнөсөбөҙҙе, көйөнөсөбөҙҙе үҙенекеләй ҡабул итте. Һәр балаға иғтибарлы, береһен дә айырып ҡараманы.
Мәктәбебеҙ тауҙа урынлашҡан. Башланғыс кластар бинаһында уҡығаныбыҙ хәтерҙә. Иртүк барып, уҡытыусыбыҙҙы ҡаршы алырға тырыша инек. Тәҙрәнән ҡарап торабыҙ ҙа, Рәйсә апай күренеү менән ҡаршыһына йүгерәбеҙ, уның портфелен ҡулынан алып (беренсе өлгөрөргә тырышабыҙ инде) класҡа кире апайыбыҙ менән бергә инәбеҙ.
Өсөнсө класты тамамлағас,беҙ уның менән хушлашып, өлкән кластарға күстек. Яңы уҡытыусылар, һәр предметтың үҙенеке айырым. Шундай уйҙар менән йәйге каникулға киттек.
Ә 1 сентябрь мәктәпкә килгәс, беҙҙе һөйөнөслө хәбәр көтә ине. Рәйсә апай өлкән кластарҙа тарих уҡытасаҡ бит! Улай ғынамы - ул беҙҙең класс етәксеһе! Шул турала хәбәр иткәндәрен нисек шатланып ҡаршы алғаныбыҙ әле лә хәтерҙә, Рәйсә апайҙың сәскәләр күтәреп, класҡа йылмайып килеп ингәне күҙ алдында тора.
Шулай итеп, ул беҙҙең өсөн икенсе әсәй булды. Төрлө саралар, пионер сборҙары, колхозда көҙ көнө эшләүҙәр, ағас ултыртырға, делянка таҙартырға йөрөүҙәр – барыһы ла күңел түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡлана.
Кем булырға теләйһең тигән темаға инша яҙғанда, һәр саҡ “Уҡытыусы булам”, тип яҙа торғайным. Ысынлап та, был хыялым тормошҡа ашты. 27 йыл мәктәптә эшләнем, башланғыс кластар уҡытыусыһы булдым, башҡорт теленән уҡыттым.
Оло йөрәкле, изге күңелле уҡытыусыма рәхмәтлемен. Әле лә ауылға ҡайтҡанда күрһә, ҡосаҡлап ала, хәлдәрҙе һораша.
Шулай уҡ уҡытыусыларым Зәүәриә Төлкөбай ҡыҙына, Рәхилә Бәҙретдин ҡыҙына, Ҡасим Хәйретдин улына, Наилә апайға, Сәкинә апайға һ.б. төплө белем биргәндәренә рәхмәтлемен. Мәрхүм Мансур Әхмәт улын, Сөнәғәт Хәйрулла улын, Сәғәҙәт Хәйрулла улын хөрмәт менән иҫкә алам.
Байрам менән барығыҙҙы ла, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, балалар, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең бәхет-шатлығын күреп йәшәргә яҙһын!
Читайте нас: