Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Сентябрь 2019, 02:09

Кәлсер мәктәбендә Белем байрамы үтте

Кәлсер мәктәбендә Белем байрамы үтте

Кәлсер мәктәбе лә Белем байрамына уҡыусыларын ҡабат йыйҙы. Балалар йәйге каникулда ял итеп, мәктәпкә үҫеп, көс йыйып килде. Уҡытыусылар өсөн ижади, тынғыһыҙ осор башланды.
Быйыл беренсе класҡа килгән ун уҡыусы берсә ғәжәпләнеп, берсә ҡыҙыҡһынып, тирә-яҡты күҙәтте. Күҙҙәре янып торған, бер аҙ баҙнатһыҙ кескәйҙәр шиғыр һөйләп күрһәтте. Уларға туғыҙынсы класс уҡыусыһы беренсе ҡыңғырау сыңын ишеттерҙе.
Балаларҙы мәктәп директоры Эльвира Ғабдулхай ҡыҙы һәм ауыл Советы башлығы Раил Рәшит улы ҡотланы,бүләктәр тапшырҙы. Иң яҡшы уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, күкрәк билдәһе тапшырылды.
Яңы уҡыу йылында барлыҡ уҡыусылар яҡшы билдәләргә өлгәшһен, мауыҡтырғыс дәрестәрҙә белемдәрен арттырһындар, ә уҡытыусыларға ижади уңыштар юлдаш булһын.
Читайте нас: