Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август 2019, 11:14

Йөрәгемде балаларға бирәм

Тәрбиә һәм матурлыҡ өлгөһө.Уҡытыусыны, ғәҙәттә, ыҫпай кейемле, ҡулына китап-дәфтәр тултырылған сумка тотоп ауыл урамынан атлап килгән педагог тип күҙ алдына килтерергә күнеккәнбеҙ. Тик заман уҡытыусыға ҡарашты ғына түгел, уның үҙен дә үҙгәртте.

Хәҙер шәхси автомобилдә рулдә, мәктәп автобусында, юл ыңғай осраған транспортта ауылдан-ауылға йөрөп эшләй уҡытыусылар. Уларҙың барыһы ла тиерлек ҡатын-ҡыҙ икәнен иҫәпкә алғанда, хеҙмәттәрен ҡаһарманлыҡҡа тиңләргә булыр ине. Тик нисек кенә булмаһын, уҡытыусы һәр ваҡыт белем, тәрбиә, матурлыҡ өлгөһө булып тора һәм артабан да шулай буласаҡ.
Флүзә Тимербулатова Ауырғазы районының Усман ауылында татыу, эшһөйәр ғаиләлә үҫә. Таштамаҡ урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә. Юғары белемле уҡытыусы булып тыуған яҡтарына ҡайтып, Кәлсер-Буран мәктәбендә педагогик хеҙмәт юлын башлай. Тик тыуған ауылындағы башланғыс мәктәпкә уҡытыусы кәрәк булғас, шунда күсә.
Тынғыһыҙ йәш кеше балалар менән төрлө йүнәлештә эш алып бара. Уҡытыу, тәрбиәүи саралар менән бер рәттән, уҡыусыларына ижади юл менән, эҙләнеүҙәр аша белем серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә. Дәрестә уҡыусылар үҙ фекерен әйтергә, уны дәлилләргә өйрәнә – үҙаллылыҡ, инициативалылыҡ, уңышҡа ышаныу шулай тәрбиәләнә.
“Дәрес – ул уй-фекерҙең, ихтыяр көсөнөң һәм хистәрҙең дуҫлығы, бында шатлыҡ та, борсолоу ҙа, арыу ҙа бар. Тик һуңынан үҙеңдең уңыштарыңды күреп һөйөнөү – ысын ижад ул”, – ти Флүзә Фәнин ҡыҙы.
Атай-әсәйҙәр уҡытыусының тырышлығын баһалай, балаһын тап уның класында уҡытырға теләк белдерә. Уҡыу тиҙлегенә айырым иғтибар бирә тәжрибәле уҡытыусы, сөнки тиҙ уҡый белеү – артабан фәндәрҙе үҙләштереүгә тура юл. Әгәр уҡыусы “ыҡ-мыҡ” итеп тора икән, фәнде өйрәнеү тураһында һүҙ ҙә юҡ.
“Матур яҙыу – матурлыҡ тыуҙырыу”, ти халыҡ. Ҡулына ҡәләм тотоп, тәүге хәрефтәрҙе яҙа башлағас та, баланың почеркы билдәләнә. Флүзә Тимербулатованың уҡыусылары һүҙҙәрҙе ҡойоп ҡуя.
Уҡытыусыға, уның дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу бөтә икән, бала уҡымай башлай. Әрләп, “икеле” менән ҡурҡытып уҡытыу белем сифатын төшөрә. Шуны аңлап, Флүзә Фәнин ҡыҙы һәр дәресен ентекле итеп үткәреүгә ҙур көс һала, төрлө уҡытыу формаларын, ысулдарын ҡуллана, әленән-әле ҡыҙыҡлы алымдар уйлап сығара. Башланғыс класта, дәрестә уйын элементтарын ҡулланыу иң отошлоһо икәнлеген дә уҡытыусы яҡшы аңлай.
Мәктәп – ауылдың күрке, йөҙө. Ул тирә-яҡҡа йәм, күңелгә ғәм бирә торған урын тип һанарға өйрәнгәнбеҙ. Усман башланғыс мәктәбе етәксеһе Ф.Ф. Тимербулатова мәктәп янының төҙөклөгөнә, баҡсаһының гөл-сәскәлә ултырыуына ҙур иғтибар бүлә. Иртә яҙҙан алып көҙгәсә унда йәшелсә, еләк-емеш, гөлдәр үҫтерә. Уҡыусылар күңелендә матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләп, хеҙмәткә лә өйрәтә. Ниндәй сәскә орлоҡтарын һатып алырға, ҡайһыларын үрсетмә итеп үҫтерергә, ниндәй төрҙәрен һайларға, ҡайһы сәскәләр яңы уҡыу йылы башланған осорҙа күҙ яуын алырлыҡ булып ултырасаҡ – барыһын да иҫәпкә алып, гөлдәр үҫтереү серҙәрен ентекле өйрәнеп, сәскә оҫтаһы булып китә Флүзә Фәнин ҡыҙы.
Ике тиҫтә йыл күпме көс һалып хеҙмәт иткән мәктәбе ябылғас, балаларҙы күрше ауылдарға тараталар. Түрһәгәҙе төп урта мәктәбендә уҡытыуын дауам итә тынғыһыҙ уҡытыусы.
– Элекке мәктәбемдең хәле өсөн һаман борсолам, – ти Флүзә ханым. – Көслө елдә тәҙрәләре асылып китмәһен йә ҡыйығына зыян булмаһын тип ҡарап торам. Кем белә, бәлки, балалар һаны артһа, яңынан асылыр, – тип уйлана ул.
Яңы коллектив тырыш уҡытыусыны ҡуш ҡуллап ҡаршы ала. Үҙ-үҙенә ышанған, алсаҡ, киң күңелле, ярҙамсыл коллегаларын түрһәгәҙеләр тиҙ арала үҙ итә.
Мәктәп автобусында уҡыусыларҙы хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалап иртүк эшкә юллана уҡытыусы. Дәрестәрҙән һуң автобус балаларҙы төрлө ауылдарға тарата. Үҙ сиратын көтөп тик кенә ултырмай Флүзә Фәнин ҡыҙының уҡыусылары – кластан тыш китаптар, гәзит-журналдар уҡый, пластилиндан һындар әүәләй, фәнни мәғлүмәттәр менән таныша.
Көндәлек ошондай хеҙмәт уҡыусыларҙа яҡшы сифаттар тәрбиәләй, уҡыуға тағы ла ҡыҙыҡһыныу арттыра.
– Белем алыуға сәм, яңылыҡҡа ынтылыу, күпте белергә тырышыу балала бәләкәйҙән ярала. Уҡыусыларға ваҡытында был сифаттарҙы һала белергә кәрәк, – ти Флүзә Тимербулатова.
Яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ, фекер һәм белем тәрәнлеге, тырышлыҡ хас Флүзә Фәнин ҡыҙының уҡыусыларына. Урта кластарҙа улар еңел уҡып китә, сөнки уҡыу базаһы етерлек тупланған. Төрлө олимпиадала еңеүселәр, фәнни-ғәмәли конференцияла призер булғандар бар улар араһында.
– Уҡыу әсбаптарына, ғөмүмән, китапҡа оло ихтирам тәрбиәләйем. Шулай иткәндә генә бала уларҙы уҡый. Хәҙерге гаджет, интернет заманында китап икенсе урынға күсте, әммә уҡыусыларым уны ҡәҙерләргә кәрәклеген, белем сығанағы булыуын беренсе кластан уҡ белә, – ти уҡытыусы.
Түрһәгәҙе мәктәбенең бәләкәй коллективы ҙур эштәр башҡара – бер нисә йыл рәттән районда “Иң яҡшы мәктәп яны тәжрибә баҡсаһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ улар. Флүзә Фәнин ҡыҙының өлөшө ҙур бында, мәктәп етәкселеге, уҡытыусы­ларҙың әүҙемлеге, берҙәмлеге лә мөһим, әлбиттә.
Хеҙмәтен ҙур яуаплылыҡ менән баш­ҡарған, бөтә эште лә теүәл үтәргә күнеккән, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған Флүзә Тимербулатова бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, иң мөһиме – бер нисә быуын уҡыусылары ихтирамын яулаған.
Ғаиләһендә хәстәрле әсәй, наҙлы өләсәй, яратҡан ҡатын, уңған хужабикә. Тормош иптәше Хәмзә Хәсән улы менән матур донъя ҡороп, Гүзәлиә һәм Рауил исемле аҡыллы балалар үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам иткәндәр.
Тимербулатовтарҙың уңған, бөтмөр ғаиләһе иманлы юлдан атлай, балаларына айыҡ туйҙар үткәргән. Себер тарафтарында эшләгән ғаилә башлығы һәр төрлө эшкә лә маһир, ә Флүзә Фәнин ҡыҙы баҡсаһын гөл-сәскә менән уратҡан. “Өлгөлө ихата” исемен йөрөткән хужаларҙың күңелдәре лә, эштәре лә сәскәләй матур.
Йәйге ял мәлдәрен файҙалы, мауыҡ­тырғыс уҙғарырға тырыша ғаилә. Ҡыҙы менән кейәүе йәшәгән Екатеринбург ҡалаһына ҡунаҡҡа барырға, сит илдәргә сәйәхәт ҡылырға ла өлгөрәләр. Быйыл, мәҫәлән, Төньяҡ Америка ҡитғаһын күреү, Кариб диңгеҙендә һыу ҡойоноу бәхете тейгән. “Сит илдә ял итеүе күңелле булһа ла, тыуған ерҙәрҙе, сәскә-гөлдәремде һағынып ҡайттым”, – ти Флүзә Фәнин ҡыҙы.
Минира БИКӘНӘСОВА
Читайте нас: