Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Июнь 2019, 02:00

Күрешеп һөйләшеүгә ни етә

Талбазы башҡорт гимназияһында «Сәләм, яҡташтар!» тип аталған осрашыу үтте.

Был осрашыуға күренекле яҡташтарыбыҙҙан тел һәм әҙәбиәт белгесе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, атҡаҙанған фән эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рәшит Шәкүр, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалынан филология фәндәре кандидаты Ләйлә Хөсәйенова килде.
Уҡыусылар яҡташтарының һәр береһенә төрлө һорауҙар бирҙе, уларҙың тормоштары, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды. Рәшит Шәкүр уҡыусыларға үҙенең кәңәштәрен бирҙе, тормош юлынан фәһем булырлыҡ ваҡиғаларҙы һөйләне. Ҡунаҡтарҙы балаларҙың сығыштары ла битараф ҡалдырманы. Гөлсинә Мөхәмәтованың «Бирешмә» йырын бирелеп, ғорурлыҡ менән башҡарыуы, Тимур Сафиндың ҡурайҙа уйнауы, шиғырҙарҙы тасуири һөйләүҙәре һоҡландырҙы. Уларҙы айырым билдәләп, китаптар ҙа бүләк иттеләр.

«Яҙ һин, ҡәләм» исеме аҫтында үткән түңәрәк өҫтәлдә яҙыусылар, журналистар ҡатнашты. Зәки Арслан улы Рәшит Назаровтың быйыл үтәсәк юбилейы, төрлө саралар тураһында фекер алышыуға саҡырҙы. Күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү, шағирҙың 75 йыллығын республика кимәлендә ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды.
Был күркәм сараны әҙерләп үткәргән башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Атмасоваға барыһы ла рәхмәттәрен еткерҙе. Бындай саралар балаларға күренекле яҡташтары менән яҡындан осрашып, аралашып танышырға мөмкинлек биреп кенә ҡалмай, уларҙың рухи үҫешенә, милли үҙаңын үҫтереүгә оло этәргес тә була.

Читайте нас: