Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Июнь 2019, 02:00

Мәктәп һабантуйы гөрләне

Төрөмбәт ауылында мәктәп коллективы менән берлектә ауылыбыҙҙың йәмле Өршәк буйында балалар һабантуйы ойошторолдо.

Ул 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә һәм уҡыу йылы тамамланыуға бағышланды. Үҫеп килеүсе йәш быуынға халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү маҡсатын да күҙ уңында тотто.
Балалар кемуҙарҙан көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, көйәнтә менән һыу ташыу, йыр-шиғыр бәйгеләрендә ихлас ҡатнашты. Ә малайҙар өсөн айырым бәйге - көрәш иң сәмлеһе булды. Байрамға балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә килгәйне. Улар ҙа балалар менән бер рәттән уйнаны, йырланы, күңел асты. Күңелле һәм дәртле йыр-моң, музыка аҫтында балалар өсөн ойошторолған һабантуй гөрләп-шаулап уҙып та китте. Байрамдан һәр кем дәрт алып, шатланып таралышты.
Гөлфинур ИЛЬЯСОВА.
Читайте нас: