Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май 2019, 02:00

Туған телебеҙҙә диктант яҙыуға әүҙем ҡушылайыҡ!

18 майҙа беҙҙең район да башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуға ҡушыла.

18 майҙа беҙҙең район да башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуға ҡушыла.
Бишенсе тапҡыр үткәреләсәк башҡорт теленән региональ диктанттың халыҡ-ара статусҡа эйә булыуы тураһында алдағы һанда яҙғайныҡ.
Диктантты 18 майҙа яҙасаҡбыҙ. Уны, ғәҙәттәгесә, Башҡорт дәүләт университеты әҙерләй, төп яҙыу майҙансыҡтары ла унда урынлашасаҡ. Әйткәндәй, диктант икәү - телде яҡшы белгәндәр һәм башланғыс кимәлдәгеләр өсөн.
Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10.00 башлана.
Был саранан ситтә ҡалмай, беҙ ҙә әүҙемлек күрһәтәйек! Әүҙем ҡатнашайыҡ!
18 майҙа сәғәт 10-ға Талбазы Башҡорт гимназияһына рәхим итегеҙ!
Гимназиянан тыш, тағы ла түбәндәге мәктәптәрҙә диктант яҙыу ойошторола:
Исмәғил, Ишле, Көйәҙебаш, Ҡорманай, Мораҙым, Нуғаҙаҡ, Яңы Федоровка, Сәмән, Степановка, Туҡай, 2-се һәм 3-сө Талбазы мәктәптәре, Талбазы лицейы, Кәлсер мәктәбе.
Читайте нас: