Рух
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 02:00

Ҡыйыу тәҡдимдәр яңғыраны

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезына райондан барған делегация вәкилдәре араһында мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләжетдинов, туған телдәр буйынса методист Эльвира Әбсәләмова, башҡорт теле уҡытыусылары - Талбазы лицейынан Айһылыу Ғүмәрова һәм 2-се мәктәптән Зөлфиә Йәғәфәрова бар ине.

Абруйлы йыйында Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, республикабыҙҙан һәм Рәсәй төбәктәренән, хатта Германиянан башҡорт теле һәм әҙәбиәте мөғәллимдәре, ҡала һәм район мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, туған телебеҙ уҡытылған мәктәп директорҙары, ғалимдар, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Тантананы «Торатау» конгресс-холында Мәғариф министры Айбулат Хажин БАШҠОРТ телендә асып ебәрҙе. Был әле башы ғына икәнен күптәрҙең уйына ла инмәгәндер. Бер нисә уҡытыусы, директор, тәрбиәсе «Башҡортостан республикаһы мәғариф алдынғыһы» тигән танытмалар менән бүләкләнделәр. Шунан һуң күтәренке кәйеф менән беренсе көндөң төп өлөшөнә күстек. 700 кеше дүрт төркөмгә бүленеп, ҡаланың дүрт башҡорт гимназия һәм лицейҙарына сығып киттек. Һәр уҡыу йортонда килгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, спорт залына индереп өс сәғәткә “бикләп” ҡуйҙылар. Бының маҡсаты шунда ине: бәләкәй төркөмдәргә бүленеп, һәр төркөм әлеге ваҡытта телгә ҡағылған ниндәй тренд бар, шуның икәүһен яҙырға тейеш ине. Мәҫәлән: башҡорт ауылдарында мәктәптәр ябыла. Еңел генә һымаҡ күренһә лә, икәүһен генә һайлап алырға кәрәк булғас, бер сәғәт етмәй ҙә ҡалды. Икенсе этабы булып ошо һайлаған ике тренд нимәгә алып килә, тигән һорауға яуап эҙләнек.


Ә өсөнсө этабында - нисек уны үҙгәртеп, юҡҡа сығарып була тигән һорауҙарға яуап бирҙек. Һәр мәктәптә 25-кә яҡын төркөм икешәр тренд билдәләне. Был brainstorm-ды(мейене штурмлау) Мәғариф министрлығы ойошторған. Һәм улар беҙ биргән 200 гә яҡын тәҡдимде иҫәпкә алып, уларға ҡолаҡ һалырҙар тип ышанабыҙ.

Беренсе көндө йомғаҡлап, Конгресс-холда концерт күрһәттеләр.
Икенсе көн Съезды башлап, Радий Хәбиров «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән танытмалар тапшырғандан һуң башҡорт телендә телмәр тотто. Радий Хабиров 5 йәшендә ҡалаға күскәндән алып рус телендә генә белем алыуы һәм һуңғы 10 йылда Мәскәүҙә тик рус телендә генә һөйләшеүе тураһында һөйләгәндән һуң: «Минең кеүектәр күп, хәҙер улар кире телгә ҡайталар, әгәр ҙә бер генә башҡорт һүҙен белһә лә, һеҙ уларҙы кире ҡаҡмағыҙ, ярҙам итегеҙ», - тигән үтенесен белдерҙе. Шулай уҡ нисек башҡорт телен модаға индереү тураһында ла уйларға ҡушты. Ләкин съезда был тәҡдименә яуап булманы. Шулай уҡ Башҡортостанда 12 лингвистик лицей асасаҡтары һәм унда башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнәсәктәре тураһында, башҡорт теле буйынса олимпиадала еңгән балаларға юғары уҡыу йортона ингән саҡта балл өҫтәләсәген дә әйтеп үтте. Пленар ултырыштан һуң делегаттар ете дискуссия майҙансығы эшендә ҡатнашты, бөтә секцияларҙа ла теләгән кешегә һүҙ бирелде һәм тәҡдимдәр резолюцияға индерелде. Икенсе көндөң кульминацияһы булып бөтәбеҙ ҙә кире бергә йыйылып резолюцияға индерелгән тәҡдимдәрҙе Хабировҡа еткереү булды.
Радий Фәрит улы икенсе йылда күрешкәнгә тиклем тип хушлашты, шуға был съезд исем өсөн генә булманы тип ышанабыҙ һәм планлаштырылған бөтә эштәребеҙ килеп сығыр тип өмөтләнәбеҙ. Килеп сыҡһын өсөн беҙ, атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар, бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ һәм киң йәмәғәтселектең дә әүҙем булыуын һорайбыҙ!

Зөлфиә ЙӘҒӘФӘРОВА,

Талбазы 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Читайте нас: