Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Март 2019, 02:00

Рәшит Назаров юбилейын ҡаршылап

Районға эш сәфәре менән Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев менән журналист, шағир Салауат Әбүзәров килде.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәүзиә Юламанова һәм «Зәңгәр шишмә» әҙәби берләшмәһе рәйесе Вәрис Аҡбашев менән улар үҙәк район китапханаһында булды. Район әҙәби берләшмәһенең эше, ижади пландары, Рәшит Назаровтың «Йырым минең йөрәгемдән» китап күргәҙмәһе менән танышҡас, «Китап табип» библиотерапия үҙәге» проекты буйынса эшләнгән эштәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар.
Ҡунаҡтар менән яҡташыбыҙ, шағир, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың 75 йыллыҡ юбилейын ойоштороу һәм уны үткәреү буйынса эшлекле һөйләшеү булды.
Артабан ижади делегация Талбазы башҡорт гимназияһында уҡыусылар менән осрашыуҙа булды һәм Рәшит Назаровтың тыуған ауылы Төрөмбәткә барҙы.
Балалар ҡунаҡтарҙы Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғырына флешмоб менән ҡаршы алдылар. Артабан осрашыу шағирҙың музейында дауам итте. Уҡыусылар шиғырҙар һөйләне. Ә яҙыусылар ижади күстәнәстәре менән бүлеште. Осрашыу иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
««Мең-мең йөрәк типһә бергә - Ер күсереп
Бороп ҡуйыр, боҙҙан әрсеп бар ҡотопто.
Ауылғынам! Баҡ ҡояшҡа! Ватанға баҡ!
Бомбаларҙан ҡеүәтерәк йөрәк уты!- тип яҙғайны талантлы шағир Рәшит Назаров үҙенең «Төрөмбәтем» тигән шиғырында. Мин дә замандашым С.Әбүзәр менән Төрөмбәт мәктәбендә, шағир музейында булдым. Уҡыусылар «Йөрәк» шиғырын бик үҙенсәлекле әҙерләгәйне. Шиғриәт байрамында уҡыусылар менән аралашып, шиғырҙар уҡып кинәндек. Ә Салауат Әбүзәрҙең бар шиғырҙары ла барыһына ла хуш килде», - тип яҙҙы Зәки Арслан улы «Бәйләнештә» сәхифәһендә.
Районда Рәшит Назаровтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы төрлө саралар, ижади конкурстар планлаштырылған. Уның талантын, шиғриәтенең үҙенсәлеклелеген барыһы ла таный, шул уҡ ваҡытта исемен мәңгеләштереү буйынса тағы ла күберәк эштәр башҡарылһын ине.
Читайте нас: