Район мәктәптәренән 78 ҡатнашыусы баһалама ағзалары алдында башҡорт, татар, сыуаш һәм украин телдәрендә йырҙар башҡарҙы. Милли кейемдәрҙә сығыш яһаусылар байрамға тағы ла сағыулыҡ өҫтәне.
Һәр милләт үҙ телендә сатнатып һөйләшә, йырҙар йырлай. Уҡыусылар туған телдәрендә еренә еткереп сығыш яһау менән бергә үҙ халҡының йолаларын, мәҙәни мираҫын, әҙәбиәтен яҡшы белеүҙәрен дә күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта бындай саралар районыбыҙҙа йәшәгән башҡа халыҡтарҙың сәнғәт өлгөләрен күреп, уларҙың үҙенсәлекле яҡтарын аңларға, башҡа милләт халҡына толерантлы булырға ла өйрәтә.
Баһалама ағзалары өс төркөмгә бүленде. Был инде башҡорт, татар, сыуаш мәктәптәренән килеүсе уҡыусыларҙың сығыштарын айырым билдәләргә мөмкинлек бирҙе. Шулай уҡ жюри, һәр коллектив йәки яңғыҙ башҡарыусымы, барыһының да фестивалгә яҡшы әҙерлек менән килгәнлеген, сығыш яһаусыларҙың да, етәкселәренең дә етди әҙерләнеүҙәрен билдәләп үтте.
Фестивалдең барлыҡ ҡатнашыусыларына ла номинациялар бирелде һәм мәғариф бүлегенең Почет грамоталары тапшырылды.
Башҡорт мәктәптәренән килгән уҡыусылар барыһы ла матур сығыштары менән шатландырҙы. Уларҙың һайлаған йырҙары ла, кейемдәре лә темаға ярашлы һайланған. Түрһәгәҙе мәктәбе уҡыусылары коллективы «Иң яңғырауыҡлы тауыш», Степановка уҡыусылары - «Башҡарыу оҫталығы», Мораҙым коллективы - «Иң яҡшы хор башҡарыу», Төрөмбәттән Руслан Ғәлиәкбәров - «Ижади дебют» номинацияһында билдәләнде.
Гран-приға Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гөлназ Фәхретдинова, Кәлсер мәктәбенән Азалия Абдрахманова, Юламан мәктәбенән Надежда Иванова лайыҡ булды.
Үҫеп килеүсе йәш быуынға туған тел байлығын бары тик мәктәптәрҙә тел уҡытыу менән генә еткереп булмай. Ошондай фестиваль кеүек телгә арналған саралар, мәҙәниәтебеҙ байлығы аша туған телебеҙҙең матурлығы тағы ла сағыуыраҡ асыла.
Был саранан һәр кем рухи яҡтан байып, күңелдәре дуҫлыҡ хисе менән һуғарылып, ҡанатланып ҡайтҡандыр, моғайын. Һәр бер төркөмдә еңеүселәр билдәләнһә лә, бер кем дә еңелеү тойғоһо кисермәгәндер, моғайын.