Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Февраль 2019, 02:00

Мостай Кәрим ижады беҙгә лә яҡын

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы былтыр халыҡ шағиры Мостай Кәримгә 100 йыл тулыу айҡанлы әҙиптең тормош юлына һәм ижадына арналған “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” исемле республика әҙәби-педагогик конкурсында беҙҙең Талбазы гимназияһы уҡыусылары ла ҡатнашты.

Йыл дауамында барған бәйгелә 135 уҡытыусы һәм 14 уҡыусы ҡатнашты. Ошо көндәрҙә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Еңеүселәр Мостай Кәрим исемендәге фондтан иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

Мостай Кәрим исемендәге фондтың директоры, бөйөк шәхестең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтте, конкурсҡа килгән эштәрҙең йөкмәткеле булыуын билдәләне.

Жюри конкурста ҡатнашыусыларҙы дәрестәге методик ҡулланмаһы, кластан тыш саралар сценарийы, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре буйынса баһаланы.

Талбазы башҡорт гимназияһынан уҡытыусы Светлана Атмасова менән 2-се класс уҡыусыһы Резеда Сәйфетдинова «Иң яҡшы тикшеренеү эше» номинацияһында актив ҡатнашып, Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Резеда өсөн был бәйге бигерәк тә файҙалы булды. Ул, беренсенән, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрен ныҡлап өйрәнде. Икенсенән, һуғышта ҡатнашҡан ҡартатаһының яҙмышын төптән өйрәнде.

Ә.М.Кәримова әйтеүенсә, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы уҡытыусы эшендә ҙур ярҙамсы булып тора. Сөнки конкурс уҡытыусы һөнәре менән бәйле. Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәренә һәм журналдың баш мөхәррире Салауат Кәримовҡа тәрбиәүи яҡтан баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле бәйге ойошторғандары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Светлана Атмасова,

Талбазы башҡорт гимназияһының

башланғыс кластар уҡытыусыһы.


Читайте нас: