Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се класс уҡыусылары, класс етәкселәре Айгөл Сатлыҡова менән бына шундай матурлыҡ тыуҙырған. Үҙҙәренең эшенән ҡәнәғәт ҡалып, иҫтәлеккә фотоға ла төшкәндәр.
Уларҙың эшләгән фигуралары сағыу төҫтәре менән гимназияның биләмәһенә күңеллелек, күтәренкелек биреп тора. Уларҙың үҙҙәренең күңеленә лә рәхәт, сөнки үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡ бит ул.