Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Ноябрь 2018, 13:38

Рәшит Назаров рухы күңелдәрҙә

Талбазы башҡорт гимназияһында Рәшит Назаров шиғырҙарын тасуири һөйләү бәйгеһе үтте.

Рәшит Назаров шиғырҙарын уҡыу бәйгеһе бый¬ыл да оло байрам төҫө алды. Өфөнән килгән ҡунаҡтар - «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, яҙыусы, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөхәррире Салауат Әбүзәров, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Та¬мара Юлдашева уға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Сарала Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары Ләйлә Хөсәйенова, Гөлназ Ғәббәсова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәүзиә Юламанова һәм шағирҙың ауылдаштары, туғандары ҡатнашты.


Гимназияның фойеһында район китапханаһы шағирҙың китаптарынан күргәҙмә әҙерләгән. Ауылдашы Гөлфиә Ханнанова үҙенең ижади күргәҙмәһе менән дә таныштырҙы. Сигелгән шиғыр юлдары¬на нисек фон һайлауын, күңеле ҡушыуы буйынса, әҫәрҙең йөкмәткеһенә тура килтереп тейешле төҫтәр ҡулланыуын аңлатты.


Конкурсҡа биш райондан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан күп уҡыусы ҡатнашты. Бигерәк тә Ҡырмыҫҡалы районы делегацияһы күп һанлы булды.

Уҡыусыларҙы йәше буйынса өс төркөмгә бүлделәр. Һәр кем үҙ секцияһында эш башланы. Балалар шиғырҙар һөйләгән ваҡытта «Үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә киңкүләм мәғлүмәт сараларының роле» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Бын¬да «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Ағиҙел» журналдарына һәм үҙебеҙҙең «Рух» гәзитенә байҡау яһалды. Уҡытыусылар үҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе. Эйе, уҡытыусыларҙың өҫтәл китабы булған «Башҡортостан уҡытыусыһы» уларҙың эшендә оло ярҙам күрһәтә, шулай уҡ педагогтарға фекер алы¬шыу майҙансығы ла ул. «Аҡбуҙат» та мәктәп эшендә алыштырғыһыҙ. Унда ижади һәләте булған балаларҙың тәүге шиғыр-хикәйәләре, рәсемдәре баҫыла. Бына гим¬назия уҡыусылары ла уның менән тығыҙ бәйләнештә. «Ағиҙел»дә иһә уҡырға әҫәрҙәр ҙә, фәнни эштәр ҙә донъя күрә. Әлбиттә, уҡытыусылар матбуғаттың яҡын дуҫтары. Милли гәзит-журналдарыбыҙҙы башланғыс класс һәм башҡорт теле уҡытыусылары алдыра, улар пропагандалай, тиһәк тә булалыр.


Артабан Рәшит Назаровтың шиғриәте, тормо¬шо тураһында һөйләшеү булды. Фәүзиә Ғәли ҡыҙы уның янына Ишембайға барыуҙары тураһында хәтерләне.

Туғандары, яҡташтары килеүенә ул шатланғандыр, өндәшмәйенсә генә моңһоу итеп йыл¬мая биреп тыңланы, тине ул.

Рәшит Сәйетбаттал улының яҡын туғаны Зөлфиә Назарова ла Рәшит ағаһының армия¬нан ҡайтҡас, Өршәк буйына төшөп уйла¬нып ултырыуҙарын, кистәрен өҫтәл артында, лам¬па яҡтыһында яҙышыуҙарын әйтеп үтте. «Өйҙәрендә һандыҡта яҙмалары һаҡлана ине. Ул шун¬дай бай һандыҡ, сер¬ле һандыҡ булған. Ул әле лә бар», - тине ул.


Артабан уҡытыусылар араһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Уҡытыусылар ҙа үҙҙәренең күңеленә оҡшаған әҫәрҙе һайлап, әҙерлек менән килгәндәр.

Улар араһында гимназия уҡытыусылары Айгөл Сатлы-ҡова, Розалия Йәлилова, Светлана Атмасова, Төрөмбәт мәктәбенән Гөлназ Ильясова башҡорт телендә, Көйәҙебаш мәктәбенән Надежда Никитина «Ком-мунизм» шиғырын урыҫ телендә матур итеп һөйләне. Ә Ҡырмыҫҡалы районы¬нан килгән Рәйхана Хәмитова беренсе урынды яуланы, ул йырға оҫталығын да күрһәтте. Әйткәндәй, ул Төрөмбәт ауы¬лы ҡыҙы.


Уҡыусылар араһында Талба¬зы башҡорт гимназияһының 4 класс уҡыусыһы Дилбәр Сәлимйәнова, Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылы мәктәбенән Денис Ҡоҙаҡаев һәм Иҫке Бәпестән 8 класс уҡыусыһы Ләйсән Ирмәкова еңеүселәр тип билдәләнде. 15 уҡыусы призлы урындар яуланы. Улар барыһы ла Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Баһалама ағзаһы, район китапханалары селтәре директо¬ры Зәмирә Хөсәйенова уҡыусыларҙың тырышлығын билдәләне, шулай уҡ уларға шиғырҙарҙың мәғәнәһенә иғтибар итеп, аңлап һөйләргә кәрәклеген әйтеп, теләктәрен еткерҙе. Рәшит Назаровтың талантлы, шул уҡ ваҡытта фажиғәле тормошо шиғырҙарына һаҡсыл, тәрән аңлау менән башҡарыуҙы талап итә.

Сара барышында Рәшит Назаровтың исемен гимназияға биреү, шулай уҡ Талбазы урамдарының береһенә уның исемен ҡушыу, премияһын булдырыу кеүек тәҡдимдәр әйтелде. Эйе, яҡташ шағирыбыҙ үҙенең тәрән мәғәнәле, тормошсан, фәлсәфәүи ижады менән уларға лайыҡ, әлбиттә. Уның исемен тағы ла күтәреү яҡташтарының иңендә.


Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: гимназия уҡытыусылары был сараны үткәреүгә яуаплы ҡараған, улар юғары кимәлдә әҙерләнгән. Бында директор Илнур Мәҡсүтовтың тырышлығы, бәйгенең тейешле кимәлдә үтеүенә ысын күңелдән көс һалыуы ла күренеп тора. Барыһы ла ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, алдағы йылға план төҙөп, республиканың тағы ла күберәк райондарын йәлеп итергә кәрәклеген әйтте.


Был сара шағирҙың киләһе йылдағы 75 йәшлек юбилейына әҙерлек, фекер алышыу булды, тиһәң дә хата булмаҫ.

Рәшит Назаров һүҙҙәре менән тамамлайым:


«Үлгәндән һуң - йәшәү бар»,

тип боронғолар

Әйтмәгәндәр тиккә,

ләкин - эй дөрөҫлөк!

Түбән йәндәр үлә.

Ә ҙур йәндәр һаман

Йәшәп ҡала - тере йөрәктәргә күсеп!


Рәшит Назаров үҙе лә хәҙер беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй, уның ҡабатланмаҫ, образлы ижады мәңгелек.



Читайте нас: