Рух
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Ауырғазы районында Еңеү көнөнә ҡарата саралар календары

Хөрмәтле Ауырғазы халҡы!Еңеүҙең юбилей көндәрендә, Рәсәйҙәге һәм илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, зинһар, өйҙә ҡалығыҙ. Барлыҡ саралар ирекмәндәр һәм райондың сикләнгән һандағы вазифалы кешеләре ҡатнашлығында үтә. Сараларҙың нисек үтеүен һеҙҙе беҙҙең баҫма һәм электрон варианттағы мәғлүмәт саралары аша тиҙ арала таныштыра барырбыҙ.Өйҙә ҡалығыҙ, яҡындарығыҙҙың, үҙегеҙҙең һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!Һеҙгә хөрмәт менән "Рух" гәзитенең интернет мәғлүмәт сараһы.

Ауырғазы районында Еңеү көнөнә арналған саралар

Хөрмәтле Ауырғазы районы халҡы!

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү байрамы айҡанлы быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһында беҙ урамдарға сыға алмайбыҙ. Белеүегеҙсә, был илдәге һәм Рәсәйҙәге эпидемиологик хәлгә бәйле. Билдәләнгән сараларҙа ирекмәндәр һәм райондың вазифалы кешеләре сикләнгән һанда ҡатнаша. Сараларҙың нисек үтеүе тураһында райондың баҫма һәм электрон мәғлүмәт баҫмалары, шул иҫәптән, “Рух” интернет баҫмаһы аша тиҙ арала таныштыра барырбыҙ.

Үҙизоляция режимын һаҡлағыҙ, байрам сараларына килергә кәрәкмәй. Улар онлайн форматта үтә, ҡайҙа үтеүен аҫтағы һылтанма буйынса белә алаһығыҙ.

Хөрмәт менән “Рух” интернет гәзите мөхәрририәте.

7 МАЙ

Ниндәй сара:

“ГЕОРГИЙ ТАҪМАҺЫ” БӨТӘ РӘСӘЙ АКЦИЯҺЫ

Ҡайҙа: райондың ауылдарында.

Ҡасан: көн дауамында.

Тулыраҡ мәғлүмәт: райондың 21 ауыл биләмәһендә активистар һәм ирекмәндәр георгий таҫмалары тарата.
8 МАЙ Ниндәй сара:

“БЕҘ БАРЫБЕР РӘХМӘТ ӘЙТӘБЕҘ!” АКЦИЯҺЫ

Ҡайҙа: “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, район гәзиттәре төркөмдәрендә.

Ҡасан: көн дауамында.

Тулыраҡ мәғлүмәт: төркөмдә тороусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙары тураһында пост яҙа, видеоҡотлауҙар, ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә рәхмәт һүҙҙәре.

Ниндәй сара:

АКЦИЯ "#ИХАТАМЕНӘНЙЫРЛАЙБЫҘ"

Ҡайҙа: район хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге сайттарында, уларҙың “Бәйләнештә” төркөмөндә.

Ҡасан: көн дауамында.

Тулыраҡ мәғлүмәт: күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр балконға сығып һуғыш йылдары йырҙарын башҡара, видеояҙмаһын социаль селтәрҙәргә ҡуя.

Ниндәй сара:

АЛЛЕЯ УЛТЫРТЫУ

Ҡайҙа: район буйынса.

Ҡасан: көн дауамында.

Тулыраҡ мәғлүмәт: ауыл биләмәләрендә һуғышта һәләк булған яҡташтары иҫтәлегенә ағас үҫентеләре ултырталар.

9 МАЙ Ниндәй сара:

ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫЛАР ҺӘМ ТЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ ҺӘЙКӘЛЕНӘ СӘСКӘЛӘР ҺАЛЫУ

Ҡайҙа: Талбазы ауылында һәм райондың ауыл биләмәләре үҙәктәрендә.

Ҡасан: көн дауамында.

Тулыраҡ мәғлүмәт: район хакимиәте башлығы З.Й.Иҙрисов һәм район Советы рәйесе М.Ш.Хоҙайбирҙин Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә, ауыл Советтары башлыҡтары – мемориалдарға һәм обелисктарға сәскәләр һала. Сараларҙан видеояҙмалар һәм фотолар район гәзиттәренең “Бәйләнештә” төркөмдәренә ҡуйыласаҡ.

Ниндәй сара:

РАЙОН ХАКИМИӘТЕ БАШЛЫҒЫНЫҢ ҺӘР ВЕТЕРАНДЫ ШӘХСӘН ҠОТЛАУЫ.

Ҡайҙа: Талбазы, Шеверле, Асаубаш, Юламан, Балыҡлыкүл, Яңы Федоровка, олтанморат ауылдарында.

Ҡасан: көн дауамында.

Тулыраҡ мәғлүмәт: район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов райондағы һигеҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын шәхсән ҡотлай. Саранан фотолар “Рух” интернет селтәренең “Бәйләнештә” социаль селтәренә ҡуйыласаҡ.

Ниндәй сара:

“ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК” БӨТӘ РӘСӘЙ ОНЛАЙН-АКЦИЯҺЫ

Ҡайҙа: бөтә ил буйынса, “Үлемһеҙ полк 2020” сайтында, https://www.moypolk.ru/ .

Ҡасан: көн дауамында.

Тулыраҡ мәғлүмәт: акцияла ҡатнашыу өсөн ветерандың фотоһын һалырға һәм анкета тултырырға. Фоторәсемдәр 9 Май көндө бөтә ил буйынса мелиаэкрандарҙа, шулай уҡ онлайн-киноттеатр майҙансыҡтарында, телеканал эфирҙарында, социаль селтәрҙәрҙә, Рәсәйҙең “Үлемһеҙ полк” порталы аша күрһәтеләсәк.

Ниндәй сара:

“БЕР МИНУТ ТЫНЛЫҠ” БӨТӘ РӘСӘЙ АКЦИЯҺЫ ҺӘМ “ЕҢЕҮ КӨНӨ” ЙЫРЫН БАШҠАРЫУ

Ҡайҙа: бөтә ил буйынса.

Ҡасан: 19:00 сәғәттә.

Тулыраҡ мәғлүмәт: һәләк булған геройҙарҙы иҫкә алыу өсөн, 19.00 сәғәттә теле-, радиотапшырыу эфирҙары бер минутҡа туҡтатыла. Райондың һәр кешеһенә ошо тынлыҡ минутында һәләк булғандарҙы иҫкә алырға, һуңынан ветерандың портреты менән балконға сығырға йәки тәҙрә янында “Еңеү көнө” йырын башҡарырға тәҡдм ителә.

Ниндәй сара:

ВЕТЕРАНДАР ӨЙӨ ЯНЫНДА ПАРАД (8 АДРЕС)

Ҡайҙа: Талбазы, Шеверле, Асаубаш, Юламан, Балыҡлыкүл, Яңы Федоровка, Солтанморат ауылдарында.

Ҡасан: көн дауамында.

Тулыраҡ мәғлүмәт: хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, ветерандар йәшәгән өй янында парад ойоштороу.

Ниндәй сара:

БАЙРАМ САЛЮТЫ

Ҡайҙа: Талбазы ауылында һәм райондың бөтә ауыл биләмәләре үҙәгендә.

Ҡасан: 22:45.

Ниндәй сара:

“ЕҢЕҮ ФОНАРҘАРЫ” БӨТӘ РӘСӘЙ АКЦИЯҺЫ

Ҡайҙа: ил буйынса

Ҡасан: 23:45.

Тулыраҡ мәғлүмәт: 23:45 сәғәттә ҡулға “фонарик”тар тотоп, балконға сығырға йәки тәҙрә янына баҫырға. Шәм, көнкүреш фонариктары, телефон фонаригы һ.б.ҡулланырға мөмкин.

Акцияның маҡсаты - урамға сығып, "Үлемһеҙ полк"та ҡатнаша алмағанлыҡтан, ошо минуттарҙа берҙәмлекте күрһәтеү.


Читайте нас в