Рух
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Февраль 2025, 14:21

Башҡортостанда медиктар эшен иң яҡшы яҡтыртыу буйынса конкурс иғлан ителде

Республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Башҡортостан Журналистар союзы ярҙамында киң матбуғат саралары журналистары һәм блогерҙар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре һәм профсоюз эшен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан итте.

Башҡортостанда медиктар эшен иң яҡшы яҡтыртыу буйынса конкурс иғлан ителде
Башҡортостанда медиктар эшен иң яҡшы яҡтыртыу буйынса конкурс иғлан ителде

Конкурс икенсегә үткәрелә. Унда «Ашығыс ярҙам хеҙмәте эшен иң яҡшы яҡтыртыу», «Медиктар — махсус хәрби операция геройҙары» һәм «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы темаһын иң яҡшы яҡтыртыу» номинациялары буйынса эштәр ҡабул ителә.

Конкурс этаптары медицинала һөнәри байрамдарға арнала. Материалдар киң мәғлүмәт сараларында 2025 йылдың 10 ғинуарынан 10 июненә тиклем баҫылырға тейеш.

- Конкурстың бурысы-йәмғиәттә аҡ халатлы кешеләргә ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыу, уларҙы әхлаҡи яҡтан яҡлау. Беҙҙең профорганизация рәйестәре һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, коллективтарҙы туплау һәм корпоратив мәҙәниәтте формалаштырыу буйынса ҙур эше хаҡында һөйләү. Табиптар-ысынлап та беҙҙең заман геройҙары, ә медиктар-профсоюз активистары - икеләтә геройҙар, сөнки улар был йөкләмәне йәмәғәт башланғысында үтәй, — тип һөйләне республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин.

Автор:
Читайте нас