Таңғы йөрәк
Күпереп торған ҡара бәрхәт төндәр
Таң эсендә иреп юғала.
Ал шәфәҡтәр буйлап йөҙөп китәм,
Тулҡын елгән кеүек йылғала.
Шәфәҡ нурҙарына ҡойонам мин,
Барып инәм көнгә атылып,
Барып инәм серҙәр донъяһына, -
Бар һағышым бөтә ватылып.
Йөрәк, гүйә, таңғы ысыҡ ҡына, -
Саңы ла юҡ уның, кере лә, -
Ҡояш көлә, - күккә осоп менә,
Тупраҡ тойһа – тама еремә.
Һәр гөл һайын туҡтап ҡуныр ине,
Үбер ине һәр бер ҡайынды:
Ерҙә ни бар – ул бөтәһен ала,
Тик ҡалдыра ҡайғы, вайымды.
Ул һәммәһен ала... Ҡомһоҙ ҙа ул,
Ул йомарт та... Эйе, теләһә,
Бар байлыҡты бер үҙенә ала,
Икеләтә ләкин өләшә.
(7.07.1963).
Ауылда ун класс тамамлап, колхозда эшләй, 1963—1966 йылдарҙа хеҙмәт итә. Шиғырҙарҙы бик иртә яҙа башлай, 11 йәшендә тәүге шиғыр юлдарын дәфтәр битенә теркәй. Көнө-төнө лирик, ҡайһы ваҡыт сатирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа, поэмалар ижад итә. 1962 йылдан башлап шағирҙың шиғырҙары, нәҫерҙәре, хикәйәләре республика матбуғаты биттәрендә йыш ҡына күренә башлай. Шулай итеп, алтмышынсы йылдар урталарында башҡорт әҙәбиәтендә күренгән Рәшит Назаров тәүге әҫәрҙәре менән үк иң өлгөргән, киң танылған шағирҙарҙың алғы сафына баҫа. Шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 йылдың май айҙарында, егерме бер йәше тулыр-тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәрирлегендә донъяға сығарыла. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба, шөһрәт ҡаҙана.
Һалдат йәше еткәс, Рәшит Назаров 1963 йылдың ноябрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәт урыны Башҡортостанға йәнәш Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына тура килә. Ауыр һалдат тормошонда ла шағир бер генә көнгә лә тип әйтерлек ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, ижад усағын һүндермәй. «Шағирҙың һағынышлы уйланыуҙары тағы ла һағышлыраҡ, һалдат тормошо, бурысы, ил, Ватан яҙмышы хаҡындағы уй-фекерҙәре тәрәнерәк, буяуҙарға ла, хыялдарға ла сағыуыраҡ, тосораҡ була бара», — тип күрһәтә автор шағирҙың ижадына байҡау яһап. Бигерәк тә «Бәхет йыры», «Билдәһеҙ һалдат», «Мин һалдатмын…», «Учениеларҙан һуң», «Оҙон юлға сыҡтым…» һәм башҡа күпләгән шиғырҙары быға дәлил булып тора. Хеҙмәтенең тәүге йылдарында уҡ Рәшит Назаров бығаса «Әсә һүҙҙәре» тип исемләнгән атаҡлы шиғырҙар циклын яҙа. СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев, ошо төркөмгә ингән әҫәрҙәргә музыка яҙып, Глинка исемендәге оло премияға лайыҡ була.
Шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 йылдың май айҙарында, егерме бер йәше тулыр-тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәррирлегендә донъяға сығарыла. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба, шөһрәт ҡаҙана. Артабан, әҙиптең бер-бер артлы: «Ҡояш юлы буйлап» (1970), «Йөрәгемде һеҙгә илтәм» (1991), «Йәшен» (1994) исемле китаптары донъя күрә. Был әҫәрҙәр, тотошлайы менән, бөйөк шиғриәт үрнәге. Сөнки егерме берҙә генә күкрәп туҡтаған йәш даһи тарафынан тыуҙырылған шиғырҙар улар! Улар — Р.Назаровтың исемен быуаттарҙан быуаттарға яңғыратасаҡ, ғәзиз халҡыбыҙға һүнмәҫ-һүрелмәҫ дандар өҫтәйәсәк күңел аҫылташтары, күңел гәүһәрҙәре!…
Композиторҙарыбыҙ Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов һәм башҡа бик күптәр Рәшит Назаров һүҙҙәренә хор йырҙары циклы, кантаталар, йырҙар ижад итте. Улар Өфө, Ҡазан, Мәскәү сәхнәләрендә башҡарылып, юғары баһа алды. Шиғырҙары рус, сыуаш һ.б. телдәргә тәржемә ителде.
(Сығанаҡ: https://ba.wikipedia.org)