Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
31 Октябрь , 15:39

Шиғриәттең мөғжизәһе

Район музейында бөйөк башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың 80 йыллыҡ юбилейына арналған сара үтте.

Шиғриәттең мөғжизәһе
Шиғриәттең мөғжизәһе

Әҙәби кисә шиғриәт талантын үҙ итеүселәрҙе йыйҙы. Район хакимиәте башлығы ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм яҡшы хәбәрҙәр менән бүлеште. Рәшит Назаровтың «Янған йөрәк» китабы тағы ла 500 экземплярҙа баҫыла. Быйылдан район хакимиәте Рәшит Назаров исемендәге премия булдырҙы.  Ул ике йылға бер тапҡыр әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән, шулай уҡ шағирҙың ижадын өйрәнеүгә, уны пропагандалауға өлөш индергән кешеләргә биреләсәк, уның суммаһы 12 мең һум. Беренсе лауреатты беҙ 6 ноябрҙә беләсәкбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1996 йылдан алып Ғәлимйән Ибраһимов премияһы бирелеп килә.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, «Тулкын» әҙәби берләшмәһе ағзалары, үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы. Уларҙың етәксеһе, доцент, ғалим Зәки Әлибаев Р.Назаровтың ижадын бөйөк рус классиктары А.Пушкин, М.Лермонтов менән сағыштырып, уны феноменаль күренеш тип атаны.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалынан да ҡунаҡтар килде. Декан, яҡташыбыҙ Айнур Үтәев башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенттары менән сараға йәм өҫтәне. Уҡыусылар йыр һәм бейеү бүләк итте.

  • Беҙ шағирҙың ижад мөхитенә килеп эләктек, уның шиғырҙарын ишетеү һәм халҡына ҡалдырған мираҫ тураһында уйланыу мөмкинлегенә эйә булдыҡ, - тине Айнур Фәнис улы үҙенең сығышында. - Ойоштороусыларға саҡырыуығыҙ һәм башҡарған эштәрегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Бындай ваҡиғалар беҙгә гениаль шағирҙың ижади мираҫын һаҡларға һәм арттырырға ярҙам итәсәк!

Ғ.Ибраһимов премияһы лауреаты һәм 2022 йылда «Ҡурай даны» телевизион премияһына лайыҡ булған Әлфиә Әсәҙуллина шиғырын Рәшит Назаровҡа бағышланы. Уның ҡыҙы, йәш шағирә Динара Һаҙыева үҙенең шиғри әҫәрен уҡып ишеттерҙе. Китапхана эше ветераны Замера Хөсәйенова, Р.Назаровтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса инициатива төркөмө етәксеһе Миҙхәт Вәлитов, шағирә Минира Биканасова шағирҙың ижадына йылы мөнәсәбәтен белдерҙе. Туғаны Зөлфиә Назарова ауырғазыларға ағаһының ижадын популярлаштырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары шағирҙың ижадына бик һаҡсыл, иғтибарлы, уларҙың башҡарыуындағы шиғырҙар һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Әҙәби кисә йылы мөхиттә үтте. Ул ғәжәп шағир, прозаик ижадына һөйөү һәм хөрмәт менән һуғарылған. Уның ижады мәңге йәшәһен, киләсәк быуындарҙа тыуған илгә, телгә, тоғролоҡҡа, патриотизмға һөйөү тәрбиәләһен!

Шиғриәттең мөғжизәһе
Шиғриәттең мөғжизәһе
Шиғриәттең мөғжизәһе
Шиғриәттең мөғжизәһе
Шиғриәттең мөғжизәһе
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: