Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Октябрь , 10:46

Һағышлы көҙ килде ҡырыма...

Рәшит Назаров

Һағышлы көҙ килде ҡырыма...
Һағышлы көҙ килде ҡырыма...

Һары яғып ҡара ер өҫтөнә,

Һағышлы көҙ килде ҡырыма.

Уйҙар,

Уйҙар моңһоу йөрәгемә

Көҙ болото төҫлө һырыла.

 

Ҡар аралаш ямғыр яуып үтһә,

Йыйырыла төҫлө ер тәне.

Уйҙар,

Уйҙар, ҡалын юрған булып,

Ергенәмде бына бөркәне.

 

Уйҙар тыуа айһыҙ тын кистәрҙә,

Ҡояшһыҙ таң атҡан саҡтарҙа,

Уйҙар тыуа һуңғы һары япраҡ

Күмелгәндә тәүге аҡ ҡарға.

 

Көҙ ҙә үҙе һоро уй кеүек,

Йөрәгемдең уйы туй кеүек.

 

Күңелдә уй йәшәй.

Был туйҙа ул

Бәлки ҡоҙа, бәлки хужалыр:

Килер бер мәл –

Көҙ ҙә был тормоштан

Онотолған уйҙай юғалыр!

4.11.1962

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: