Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
23 Октябрь , 12:36

«Күҙ йәштәре аша алға барам, Осрашырбыҙ ҡайһы яҡтарҙа?..»

«Күҙ йәштәре аша алға барам, Осрашырбыҙ ҡайһы яҡтарҙа?..» шағир Рәшит НАЗАРОВТЫҢ мөхәббәт тарихы Һеҙҙең иғтибарға шағирә, яҙыусы, журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлнур Ҡыуатованың мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

«Күҙ йәштәре аша алға барам, Осрашырбыҙ ҡайһы яҡтарҙа?..»
«Күҙ йәштәре аша алға барам, Осрашырбыҙ ҡайһы яҡтарҙа?..»

Бөгөн бәйән итәсәк мөхәббәт тарихына мин осраҡлы ғына юлыҡтым. Әммә был осраҡлыҡты оло мөғжизәгә тиңләргә була: ете йоҙаҡҡа бикләнгән серҙе белмәй ҙә ҡалыр инем бит. Һәм йөҙҙәрсә мөхәббәт шиғыры ижад иткән ШАҒИРҘЫҢ хис-тойғоларының кемгә арналғаны ла мәңгелек ҡуласаһында юғалып ҡалыр ине. Был тарихты белеүемә ике тиҫтә йыл үтте. Ижадсыны ғашиҡ иткән апай менән тағы ла осрашырға тура килде ул, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙон-оҙаҡ итеп серләшеп, йөрәкте өткән һорауҙарыма яуап алырға мөмкинлек булманы. Шуға ла мәҡәләлә бер аҙ асыҡланмаған факттар ҙа, даталар ҙа булыуы мөмкин. Әммә бәйән иткән һөйөү тарихы ысынбарлыҡта булған һәм мин уны әҙәбиәт, шиғриәт һөйөүселәргә, шағир яҙмышына, ижадына битараф булмағандарға еткергем килә.

2000 йылдар башы ине, ауыл китапханаһында эшләп йөрөйөм. “Ейәнсура таңдары” гәзитендә Абзан мәктәбендә эшләп йөрөүсе Гөлфара Камил ҡыҙы Йылҡыбаеваның бер шәлкем шиғыры баҫылып сыҡты. Ул апайҙы яҡшы беләм – беҙҙең ауылда тыуып үҫкән. Йәшлек йылдарында иһә төрлө ауылдың мәҙәниәт йортонда эшләне, аҙаҡ оҙаҡ йылдар Абзан мәктәбендә пионервожатый булды. 1984 йылда уҡ халҡыбыҙ ижадын ныҡлы өйрәнеп, мәктәп балаларын “Ынйыҡай” фольклор ансамбленә тупланы. Ейәнсура районына бәйле легенда-риүәйәттәр, йырҙарҙы йыйҙы, фольклор экспедицияларына йөрөнө. “Ынйыҡай” ансамбле сы­ғыштарына нигеҙләнгән тиҫтәнән ашыу телефильм, тапшырыу телевидение фондында әлеге көнгә тиклем һаҡлана. Шуны ла билдәләргә кәрәк: ансамбль ағзаларының күбеһе уҡытыусы һөнәрен һайланы, араларында ғүмерен сәнғәткә, сәхнәгә арнаусылар ҙа бар. Гөлфара апай һәр кеше менән уртаҡ тел тапты, ойоштороу эшенә лә маһир ине. Шуға эш буйынса күп аралашырға тура килде беҙгә: ауылда үткән ҙур байрамдарға яҙған сценарийҙарымды тикшереп, кәңәшен дә бирә ине. ансамблдең сығышы иһә шул байрамдарҙы биҙәне. Әсәһе Мәрфүға инәй менән минең Зәйтүнә ҡәрсәйем әхирәттәр булып, ғүмер буйы аралашып йәшәгәндәр. Шуға ла ул һәр ваҡыт мине туғанындай күреп, һылыуым тип йөрөттө. Мин дә уға атаһының исемен ҡушмайынса ғына, апай, тип өндәшә инем.


Гөлфара апайҙың шиғырҙары, мәҡәләләре матбуғатта йыш баҫылып торҙо. Тик улар башлыса илһөйәрлек, тел, милләт темаһына арналған була ине. Ә был шәлкем нисектер күңелемде һиҫкәндереп ебәрҙе: һағыш һәм мөхәббәт, әрнеү һәм һағыныу тулы шиғырҙар ине ул. Ҡулыма гәзитте алам да, ҡат-ҡат уҡыйым, ҡайһы бер юлдарын ятлап та алдым. Аҙаҡ уларҙы ҡырҡып, блокнотҡа йәбеш­тереп ҡуйҙым.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Гөлфара апай менән осрашҡанда:
– Шул шиғырҙар һис кенә лә башымдан сыҡмай, апай. Шул тиклем хистәргә тулышҡан: әллә һеҙ шул тиклем ғашиҡ, әллә улар минең хәҙерге күңел торошома тап киләме? Һәр хәлдә битараф ҡалып булмай, – тип әлеге шәлкем тураһында әйтә ҡуйҙым.
– Рәхмәт, һылыуым. Быға тиклем мөхәббәт шиғырҙарымды баҫтырырға ҡурҡа инем, быларын нисектер батырсылыҡ иттем инде. Үҙемдең дә күңел тетрәнеп ҡуйҙы ул. Ябай түгел улар, мәңгелек мөхәббәтем – шағир Рәшит Назарға арналғандар...
– Нисек?
– Әйҙә, мәктәпкә төшәйек, һөйләшеп ултырайыҡ, серләшәйек. Һин бит миңә һылыу, серемде сисергә ярайҙыр... – күндәм генә эйәреп, апайҙың эш урынына йүнәлдек.


Кабинетына инеү менән өҫтәл тартмаһынан таушалып бөткән китаптар сығарҙы – ҡат-ҡат уҡылған, йыш ҡулға алынғандар ғына шундай хәлдә була. Уларҙың барыһы ла Рәшит Назаровтыҡы ине.
– Мине бит 3-сө класҡа Өфөләге 9-сы башҡорт мәктәп-интернатына (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты) уҡырға ебәрҙеләр. Бик әүҙем, шуҡ, шаян, хатта бер аҙ шаталаҡ та бала инем. Бейергә яраттым, журналистикаға ла ынтылыш бар ине, шул йылдарҙа уҡ таҡмаҡтар, ҡыҫҡа шиғырҙар яҙа инем. 8-се класс башында “Башҡортостан пионеры” һәм “Ленинсы” гәзиттәре йәш шағирҙарға арналған ниндәйҙер сара үткәрҙе. Утыҙлап бала килгәйне (араларында мин дә бар), уларҙы беҙҙең интернатта ашаттылар. Олораҡтар айырым төркөм булып йөрөй, балаларға артыҡ иғтибар юҡ. Шул мәлдә ябай ғына кейенгән бер йәш егет килеп миңә һүҙ ҡушты. Шиғыр яҙыуын әйткәс: “Берәйһен уҡы әле”, – тинем. Тик ул баш тартты. Ә мин шунда уҡ уның оялсанлығына арнап бер таҡмаҡ сығарып, йырлап та ебәрҙем. Йылмайып ҡына ҡуйҙы. Сығып китер алдынан хат яҙырға адресымды һорап алды. Бер ай тирәһе ваҡыт үткәс, Ауырғазы районынан Рәшит Назаров исеменән хат килеп төштө. Яуап яҙҙым. Шулай беҙҙең арала дуҫлыҡ барлыҡҡа килде. Дуҫлыҡ тип әйтәм, сөнки ул һәр хатын: “Һаумы, дуҫым...” – тип башлап китә ине. 


Йылдар үтте, Рәшит мәктәпте тамамлап, ауылында эшләй башланы. Бер нисә тапҡыр Өфөгә, минең менән осрашыуға килде. Ул – етди, аҙ һүҙле, ә мин хәбәрҙе теҙәм генә, шаярам, көләм. Ҡайһы бер һүҙҙәремә йылмая ла ҡуя. Хаттарына йыш ҡына шиғырҙарынан өҙөктәр яҙа ине. Аҙаҡ миңә “аҫыл ҡошом”, “гөлөм”, тигән матур һүҙҙәр яҙа башланы, еңелсә генә хистәрен дә аңғартып ҡуя.
Беҙҙең яҡтар Өфөнән йыраҡ, һирәк ҡайтһаҡ та, ауылда оҙағыраҡ булырға тырышабыҙ. Бер шулай йәйгелеккә ауылға ҡайтыуым тураһында һүҙ сыҡҡас, Рәшит: “Бейеүсе булырға теләйһең бит, әйҙә, Стәрлегә барып ҡара. Миңә лә яҡыныраҡ булырһың, һағынам бит”, – тип әйтеп ысҡындырҙы. Шул саҡта ғына уның миңә булған тойғоларының етди булыуын аңланым, шикелле. Имтихандар ваҡытында килермен, тип каникулға ҡайтып киттем. Тик әсәйемдәр минең артист булыуыма ҡырҡа ҡаршы төштө, уларҙың һүҙен йыға алманым – имтихандарға барманым. 


Элек тыуған көндәргә нисектер иғтибар булманы, ҡотлауҙар ҙа ҡабул итмәй инек. Шулай ҙа Рәшиттән июль аҙағындараҡ хат алдым. Унда:
Дуҫым! Тот та ҡулдарымдан,
Шатлыҡ, бәхет юра, –
Минең алда башланмаған
Аҙмы юлдар тора!
Төйнәп һаман осон осҡа,
Сабам күҙем тоноп,
Үрелерҙәр улар бергә
Ғүмер юлым булып.
Үрҙәр ҡалҡыр, һикәлтәләр...
Тыймам ләкин атты, –
Әкиәттәге ҡояш ҡыҙы
Һарайына саҡлы!
Уйҙар өсөн етә икән,
Юл да етмәҫ, тимә.
Дуҫым! Тот та ҡулдарымдан,
Шатлыҡ, бәхет телә! – тигән юлдар менән хат килде. Яҙған датаһы минең тыуған көнгә тап килә ине, ҡотлау кеүек ҡабул иттем. Шиғырҙарын ул бик һирәк тулы­һынса яҙҙы, күберәк 1 – 2 куплетын ғына ебәрә ине. Бәлки ҡаралама варианты ғына булғандыр. Мин уларҙы ятлап алдым, күптәре бөгөн дә иҫемдә. Донъя күргән китаптарында осратһам, ихлас күңелдән шатланам.


Шул йылдың йәй аҙағында иген ташыған юлаусы машиналарға ултырып, Рәшит Юлдашҡа үҙе килеп төштө! “Уҡырға килмәнең, ә мине оҙаҡламай армияға ала­саҡтар”, – тине ул йылмайып. Ә өйҙә дауыл ҡупты: 16 йәшлек ҡыҙҙы анау һынлы ерҙән егет эҙләп килеүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Көпә-көндөҙ урам буйлап етәкләшеп үткәнбеҙ! Ә минең шатлығымдан түбәм күккә тейҙе. Өфөлә мотлаҡ осрашырға, осраша алмаһаҡ, уны һалдаттан ҡайтыуын көтөргә вәғәҙәләп, Абзан ауылынан район үҙәгенә барған автобуста оҙатып ҡалдым.
Ә әсәйем менән үгәй әтейем миңә ныҡ асыуланды. Интернатҡа ебәрмәү менән дә янанылар. “Беҙ һине уҡып, үҙебеҙҙең яҡҡа эшкә ҡайтыр, тип өмөт итәбеҙ. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигәндәрен онотма!” – тигән ноҡоттар күп булды. Уларҙың һүҙенә ҡараманыҡ, хат алышыуҙы дауам иттек. Тик ул һуңғы хатында: “Башҡаса миңә яҙма, ҡайтыуымды көтмә”, – тигәнерәк һүҙҙәр яҙ­ғайны. Иланым, аңлатыуын һорап хат яҙырға иттем дә, төңөлдөм. Ғорур ҙа инем, егет кешегә инәлеп торғом килмәне. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумында уҡый башлағайным, беткә үс иткәндәй, барыһын да ташлап, ауылға ҡайтып киттем. Икенсе кешегә ғашиҡ булғандыр, тигән уй ғына башыма килде. Сөнки тап шул ваҡыттараҡ бер курсташ ҡыҙыҡай бер туған ағаһының әрме хеҙмәтенән кәләш алып ҡайтыуы тураһында һөйләгәйне.


5 – 6 йыл тирәһе үткәс кенә Рәшиттең ауырып китеүе тураһында белдем. Ул саҡта мин инде кейәүгә сығып, оло улым тыуғайны. Шулай ҙа күңелемде тынысландырыу өсөн осрашырға, һөйләшергә булдым. Ауылына хат яҙып, Рәшиттең Благовещен ҡалаһындағы интернатта ятҡанын белә инем. Мәктәп йылдарынан уҡ яҡшы аралашҡан артистар ғаиләһе – Рәғиҙә апай Янбулатованан ярҙам һораным. Ул танышы менән һөйләшеп, машина тапты. Ә Гөлсәсәк (Гөлли Мөбәрәкова) апай улымды ҡарап торорға булды. Тик ишек төбөндә ике сәғәт көтөп торһам да, күпме генә инәлһәм дә, мине Рәшит янына индермәнеләр – ул осрашыуҙан баш тартҡан. Бары тик санитарҙар аша өс сәғәт биреп сығарғайны. Хәҙер, әллә ул интернатта йәшәүселәр сәғәт эшләнеме, әллә төҙәттеме икән, тип уйлап ҡуям. Сөнки бер-береһенә оҡшаш ҡына сәғәттәрҙе ҡайҙан алһын? Бына шулай, һылыуым, ғүмер буйы уны яратып, һағынып, шиғырҙарын уҡып йыуанып йәшәп ятам. Шәхси тормошом артыҡ матурҙан булманы, ике тапҡыр ғаилә ҡорҙом, килеп сыҡманы. Шулай ҙа үкенмәйем: өс улым, бер бөртөк ҡыҙым бар. Үҙемде тулыһынса мәктәп эшенә арнаным. Шиғыр һөйләүселәр конкурсы булһа, балаларға мотлаҡ рәүештә Рәшит Назаров тигән бөйөк шағир тураһында һөйләп, уның әҫәрҙәрен ятлатам. Сценарийҙар яҙғанда ла уларҙы индерәм... – тип һөйләне Гөлфара апай һәм үҙенә арналған бер нисә шиғырҙы уҡып күрһәтте.


Был тарих мине шиғырҙарға ҡарағанда ла нығыраҡ тетрәндерҙе. Беҙҙең ауылға  яратҡан кешеһен эҙләп, шундай күренекле, билдәле шағир үҙе килгән! Бына бит ниндәй көслө тойғолар: үткән быуаттың 60-сы йылдарында Өфө тарафтарынан беҙҙең төпкөл районға, ауылға килеп етеү өсөн күпме михнәт аша үтеп, күпме ваҡыт сарыф итергә кәрәклеген ололар һөйләүенән беләм. Шағир һөйөүе генә бындай батырлыҡҡа этәргәндер.
Абзандан Юлдашҡа нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәйем. Гөлфара апай һөйлә­гәндәре күңелгә һыймай, сәй эсеп ултырған атай менән әсәйгә:
– Беләһегеҙме, Рәшит Назаров менән Гөлфара Камил ҡыҙының мөхәббәт булған икән?! – тип һөйләргә булып киттем.
– Беләм. 63-сө йыл ул бит Юлдашҡа килде уның артынан, – тип атай тағы ла бер тапҡыр шаҡ ҡатырҙы.
– Нисек беләһең? Белгәс, ниңә быға тиклем уның тураһында һөйләмәнең?
– Әллә инде. Бер аҙ оятыраҡ та булды. Беҙҙең бер класташ Гөлфараны яратып йөрөй ине бит, шуға Өфөнән егете килгән, тигәс, беҙ уны бер аҙ “аҡылға ла ултыртып” маташтыҡ. Ә бер егет, ҡурҡытам, тип клубҡа мылтыҡ та тотоп сыҡҡайны. Кем белгән инде, уның шундай күренекле кеше булғанын. Рәшитме – Рәшит. Аҙаҡ, бер нисә йыл үтеп, китабы сыҡҡас ҡына уның ысын шағир булыуын белдек... – тип ҡуйҙы атайым.
Бына ошо мөхәббәт тарихы ике тиҫтә йыл буйы минең күңелдә ниндәйҙер эске яныу ҙа, һағыш та, әрнеү ҙә булып йәшәне. Кешеләргә һөйләү тураһында уйламай ҙа инем. 2006 йылда шағир вафат булды. 2022 йыл аҙағында ҡаты ауырыуҙан һуң Гөлфара апайҙың да яҡты донъя менән хушлашыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Шул саҡ теге шиғри шәлкем тағы ла иҫемә төштө:
“Һине күрмәй китмәм был донъянан,
Китәлмаҫһың, ахыры, һин – минһеҙ...”


Тағы ла күңел болоҡһоно. Һәм 2023 йылдың аҙағында шағирҙың тыуған ауылында үтәсәк сараға саҡырыу алдым. Ниңәлер ошо тарихты һөйләге, ауылдаштарына еткерге килде. Ә был бит – сер, Гөлфара апайҙың ышанып тап­шырған аманаты. Икеләнәм. Икеһенең дә рухына бағышлап аят-доғалар уҡыным да, тәүәккәлләнем. Тик сығыш яһағанда Рәшит Назаровтың Гөлфара апайға ар­налған шиғырҙарын ғына түгел, ә киреһенсә, һөйгәненең шағирға арнап яҙ­ғандарын да уҡырға кәрәк бит. “Апай, әгәр был тарихты бәйән итеүемде теләһәң, юлымды ас: шиғырҙарың табылһын. Ә инде табылмай икән, тимәк, ризалығың юҡ, тип ҡабул итәм”, – тинем.
Минең китаптар, дәфтәрҙәр, блокноттар тупланмаһы бәләкәй китапхананы хә­терләтә. Кәштәгә һыймағандары өҫтәл тартмаларында, унда һыймағандары ҡум­таларға, пакеттарға тултырылып, шкафтарға урынлаштырылған. Балкон кәштә­ләренең яртыһы шундай ҡумталар менән тулған. Ә Гөлфара апайҙың шиғыры алһыу төҫтәге блокнотта һаҡланғанын ғына беләм. Тағы ла бер мөғжизә: шкафтан алған икенсе ҡумтаның иң өҫтөндә табылды ул.


Осрашыуҙа матурлап сығыш яһай алманым – күңелем тулды, тулҡынландым, иланым. Шулай ҙа оло апайҙар килеп: “Рәхмәт, һылыу, беҙҙе тынысландырҙың. Шундай ҙа талантлы, һылыу егетте яратҡан ҡыҙ булманымы икән ни, тип күңел борсола ине. Яратылған, үҙе лә яратҡанын белеп, ҡыуанып ултырҙыҡ. Гәзиткә лә шул турала яҙ әле”, – тинеләр. Гөлфара апайҙың ҡыҙы Гүзәл менән аралаша инек, рөхсәт һорап уға мөрәжәғәт иттем. Ни тиһәң дә, мең ғаләм хөкөмөнә был тарихты сығарыр алдынан яҡындарының да күңелен уйларға кәрәк бит. Телефондан йомошомдо әйтеү менән Гүзәл:
– Улар икеһе лә вафат, кеше һүҙе тейер тип ҡурҡырға түгел. Әлбиттә, рөхсәт, апай. Сөнки әсәйемдең ғүмер буйы Рәшит Назаровтың шиғырҙарын уҡып, уның тураһындағы хәтирәләр менән йәшәүен белдем. Улай ғына ла түгел, әсәйем 2004 әллә 2005 йылда Ишембай дауахана-интернатына барып, уның менән күрешеп тә ҡайтты бит. Тик ул саҡта мин ситтә уҡый инем, ныҡлап һөйләшә алманыҡ. Бары тик шатланып: “Рәшит мине таныны бит, һаумы, Гөлфара, тип күреште. Сәғәт­тәренең икәүһен һаман һаҡлауымды, ә береһен һиңә биреүемде һөйләнем”, – ти­гәне генә иҫтә ҡалған. Нимә әйткем килә –  әсәй үҙе лә бик күп шиғыр, ҡобайыр яҙған, әллә күпме сценарийы, фольклор материалы бар. Вафатынан һуң барлыҡ архивын үҙемә алып ҡайттым. Яйлап өйрәнеп, уларҙы айырым китап итеп баҫтырырға ине, тигән уй  ҙа бар. Һәм шул материалдар араһында Рәшит Назар ижадына арналған айырым папка бар – әсәйем гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡә­ләләрҙе, шиғырҙарын айырым туплап барған икән. Шул тиклем таҙа, эскерһеҙ, йылдар буйына һаҡланған һөйөү булған уларҙа, – тине. Шулай уҡ теләктәрен дә еткерҙе.

 – Был мөхәббәт тарихы бөгөнгө көнгә тиклем сер булып һаҡланды. Һәм был мәҡәлә донъя күргәндән һуң да саф хистәргә тулы шиғырҙар аша дәлилләнгән хис-тойғоларға сит-яттар тап төшөрмәҫ, тип ышанам. Бары тик улар ижадына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам һәм иғтибар артыр, исемдәре мәңгеләштерелер. Ә серҙәрен асырға ярҙам иткән миңә, моғайын, үпкә белдереүселәр булмаҫ...
Мөхәббәт хисе бар ваҡлыҡтан, ҡаралыҡтан, ғәйбәттән һәр ваҡыт өҫтөн булды. Ошо хис шағир күңелендә ижадҡа ынтылыш булдырғандыр, бөйөк әҫәрҙәрен яҙырға илһам биргәндер. Бәлки, ябай кешеләргә бикле булған үҙ донъяһында ул ошо хистәр менән генә ғүмер иткәндер...
Был тарихты һеҙгә лә бәйән иттем. Инде ғашиҡ йәндәрҙең бер-береһенә арналған шиғырҙары күпер булып, ахирәттә уларҙы ҡауыштырғандыр, тип өмөт итергә генә ҡала...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Сығанаҡ: https://ye102.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: