Был саралар Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында үтә.
15 декабрҙә Миҙхәт Хәсәновтың тыуған ауылы Кешәнлегә яҡын һыуһаҡлағыста акцияға старт бирелде.
Йыйылыусылар ҡар тотоу өсөн бураҙналар яһаны, «ҡырмыҫҡа ояһы» технологияһы буйынса мәке эшләне, улар оҙаҡ ваҡыт туңмай һәм һыуҙы кислород менән байыта.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры советнигы Миҙхәт Рауил улы инде күп йылдар күл-быуаларҙы тергеҙеүгә, уларҙа балыҡ үрсетеүгә тырышлыҡ һала. Райондың мәктәп һәм парктарында ла ул алып ҡайтҡан эрбет (кедр) үҫентеләре ултыртылған.
Үҙенең изге эштәре менән тәбиғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерә, йәш быуындың күңеленә һаҡсыллыҡ, тыуған ергә һөйөү орлоҡтары сәсә.