Һигеҙ район һәм ике ҡаланан 14 команда ҡатнашты. «Атайсалға хеҙмәт итәм»,«Педагогик хазина», этноквиз – интеллектуаль команда уйыны турҙарында һәр береһе сағыу, йөкмәткеле сығыш яһаны.
Атайсалға хеҙмәт итеү беҙҙең районда ла киң танылыу алды һәм беҙҙең педагогтар уның сиктәрендә бик күп эштәр башҡарылыуы - тирә-яҡты төҙөкләндереү, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары өсөн йыһаздар алыныуы, спорт ярыштары һәм башҡа саралар үткәрелеүе, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу - төрлө изге эштәр бихисап булыуы тураһында һөйләнеләр, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәттеләр.
Һәр ваҡыт ижади эҙләнеүсе, яңы педагогик технологияларҙы әүҙем ҡулланыусы, мәктәп уҡыусыларын ғилми-эҙләнеү эштәренә йәлеп итеп, ата-әсәләр, халыҡ менән эште маһир һәм оҫта ойоштороусы уҡытыусыларҙан торған беҙҙең район командаһы ла бүләккә китаптар алып, «Еңеүгә ынтылыш» номинацияһына эйә булып ҡайтты.
Традицияға әйләнеп барған был бәйге тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу сараһы булып, яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Педагогтар яңы еңеүҙәргә сәмләнеп, алдағы көндәргә ҙурыраҡ маҡсаттар ҙа билдәләне.
Педагог һәм остаз йылына һәм Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылына арналған конкурсты Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойоштора.