Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Ноябрь 2023, 20:04

УҠЫУСЫЛАР ЯҢЫ ҺӨНӘРГӘ ӨЙРӘНДЕ

 Бөгөн Ғ.Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһына Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары килде. Китапханасылар  Бөтә донъя ҡул эштәре көнөнә арнап, «Земфира Ғиләжеваның ҡулдан яһалған мөғжизәләре» сараһын үткәрҙе.

УҠЫУСЫЛАР ЯҢЫ ҺӨНӘРГӘ ӨЙРӘНДЕ
УҠЫУСЫЛАР ЯҢЫ ҺӨНӘРГӘ ӨЙРӘНДЕ

Балалар ҡул эштәренең традицион һәм заманса төрҙәре тураһында лекция тыңланы, «Ҡулдарға - эш, йөрәккә - шатлыҡ» китап күргәҙмәһе менән танышты, унда халыҡ кәсептәре: туҡыу, һуғыу, сигеү, үреү һәм заманса ҡул эштәренең төрлө төрҙәре: сәйлән үреү, скрапбукинг, макраме һ. б. тураһында китаптар тупланған ине.

Балаларҙы Талбазы ауылынан билдәле кейеҙ эшкәртеү оҫтаһы Земфира Ғиләжеваның ижады менән таныштырҙылар. Земфира Филхәт ҡыҙы - биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. Ул БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй рәссамдар, халыҡ-ара педагог-рәссамдар Союздары ағзаһы, «Иң яҡшы рәссам педагогы 2020» отличник билдәһе эйәһе, күп республика һәм Бөтә Рәсәй фестивалдәре дипломанты, «Этно-Эрато» Милли кейем юғары модаһы Евразия конкурсының 2, 3 һәм 4 дәрәжә лауреаты, Алтай крайының Рәсәй-немец йорто ойошторған «Башҡортостан кейеҙҙәре» күргәҙмәһен уҙғарыусы ла. Земфира Ғиләжеваның картиналары республиканың, илдең һәм сит илдәрҙең күп кенә музейҙарында һәм галереяларында һаҡлана.

Шулай уҡ балалар китапханасы, оҫта ҡуллы Зөлфиә Сидорова коллекцияһындағы йөн әйберҙәрҙең матурлығын һәм йылылығын тоя алды. Ул мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Был юлы ул гимназистарҙы бауҙан этно-беләҙек үрергә өйрәтте. Үрелгән беләҙектәр бөтә донъяла киң таралған. Уларҙың Шамбала, Чан Лу кеүек төрҙәре барыһына ла билдәле. Һәр ҡатнашыусы үҙ ҡулдары менән әҙерләнгән әйберҙе иҫтәлеккә үҙендә ҡалдырҙы. Беләҙек бәхет, һаулыҡ һәм именлек килтерә, тип иҫәпләнә.

(Үҙәк район китапханаһы мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде).

УҠЫУСЫЛАР ЯҢЫ ҺӨНӘРГӘ ӨЙРӘНДЕ
УҠЫУСЫЛАР ЯҢЫ ҺӨНӘРГӘ ӨЙРӘНДЕ
УҠЫУСЫЛАР ЯҢЫ ҺӨНӘРГӘ ӨЙРӘНДЕ
УҠЫУСЫЛАР ЯҢЫ ҺӨНӘРГӘ ӨЙРӘНДЕ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: