-3 °С
Ҡар
Ауылдың мәҙәниәт йорто янындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк һәләк булғандар хөрмәтенә обелиск булған ерҙе лә яңырттылар. Өмәлә ҡатнашыусылар иҫке кәртәләрҙе алып, бағаналар ултыртты. Нуриян Саттаров иретеп-йәбештереү эштәрен башҡарҙы, фермер Илшат Ибраһимов техника менән ярҙам итте. Клуб хеҙмәткәрҙәре буяу менән мәшғүл булды. Ауылдың башҡа ир-аттары ла эшкә ихлас ҡушылды.
Ауыл халҡы “Салауат” крәҫтиән-фермер хужалығы директоры Василий Федоровҡа финанс ярҙамы, Нуғаҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Рушания Биктимероваға һәр башланғыста әүҙем булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәт белдерә.