Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Сентябрь 2023, 21:27

«ЙӘШӘҮ ТАҪМАЛАРЫ» ҺАЛДАТТАРҘЫҢ ҒҮМЕРЕН ҺАҠЛАҺЫН!

Беҙҙең райондың хеҙмәт ветерандары махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәребеҙ өсөн инде нисәнсегә маскировка селтәре үреп оҙата.

«ЙӘШӘҮ ТАҪМАЛАРЫ» ҺАЛДАТТАРҘЫҢ ҒҮМЕРЕН ҺАҠЛАҺЫН!
«ЙӘШӘҮ ТАҪМАЛАРЫ» ҺАЛДАТТАРҘЫҢ ҒҮМЕРЕН ҺАҠЛАҺЫН!

Бына әле лә гуманитар ылауға улар ике селтәр әҙерләнеләр ҙә инде. Хаҡлы ялдағыларға ярҙамға Мәҙәниәт Һарайы, «Алтын йәштәгеләр» клубы ағзалары ла ҡушылды. Улар «G» техникаһы менән үреү күнекмәләрен нығыттылар. Ә «Йәшәү таҫмалары» тип маскировка селтәрҙәренә доғалар әйтеп ҡушып бәйләнгән таҫмаларҙы атайҙар. Ә был изге эште башҡарыусыларға «Маскировкалау.Ҡалҡан.Өфө» ирекмәндәр штабы таҫмаларҙы һәм материалды киҫеү өсөн станок та бүләк иткән.

Изге эш башҡарыусыларға, ваҡыт табып, бик тә кәрәкле, һалдаттарыбыҙға һәм техникаға һаҡланырға ярҙам иткән маскировкалау селтәрҙәре әҙерләгәндәре өсөн оло рәхмәт!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: