Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Август 2023, 22:49

МОРАҘЫМДАР ШИШМӘ ТАҘАРТТЫ

Мораҙым ауылының бер төркөм ир-аттары Айытбай шишмәһен таҙартты

МОРАҘЫМДАР ШИШМӘ ТАҘАРТТЫ
МОРАҘЫМДАР ШИШМӘ ТАҘАРТТЫ

Был турала социаль селтәрҙә Нил Ҡудашев яҙҙы. Дирәнуй үҙәне буйындағы шишмәне таҙартыу уйы менән Нил Закир улы менән Даян Солтан улы бергә “Атайсал” республика программаһына индереүгә көс һала. Был эш Нурғәли Килдин крәҫтиән-фермер хужалығы исеменән хәл ителә.

Һәм бына август айының һуңғы көндәренең береһендә шишмәне төҙөкләндереү буйынса эш башлана. Уны ойоштороусы һәм бағыусы булып та үҙ тыуған ере, уның тәбиғәтен һаҡлау өсөн янып йөрөүсе Даян Әйүпов тора. Рушан Ильясов, Фидан Ғәлимов, Йәнтимер Әйүповтар ҙа был изге эшкә ихлас ҡушылалар. Техника менән Сынтимер Әйүпов ярҙам итә. Шишмәне таҙартып, унда дүңгәл ҡуйылды.  

 

Артабан шишмәнең тирә-яғын да төҙөкләндереү планлаштырыла. Нил Закир улы ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, әлеге көндә

Башҡортостан буйынса «Изагри» фирмаһы вәкиле, Мораҙым ауылы егете Даян Әйүповҡа эштәрҙе башлап йөрөгәне, төрлө яҡтан ярҙам иткәне өсөн һәм битараф булмаған, теләп ярҙам иткән башҡа ир-егеттәргә ҙур рәхмәтен еткерә. Тыуған төйәгебеҙҙең матурлығын, уның тәбиғәтен һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: