Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Август 2023, 10:07

ОҪТА ҠУЛЛЫ ЗӨЛФИӘ

Зөлфиә Сидорованы районда белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Оҫта ҡуллы ғына түгел, ижади яҡтан да бик һәләтле ул. Изге күңелле кеше лә.

ОҪТА ҠУЛЛЫ ЗӨЛФИӘ
ОҪТА ҠУЛЛЫ ЗӨЛФИӘ

Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Сауҙагәр-2” (“Купец-2") йәрминкәһендә ҡатнашты. “Туристик сувенир 2023" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында үҙенең эштәре менән финалға сыҡты.

Үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә ул үҙенә ышанған дуҫтарына, яҡындарына рәхмәт белдерҙе.

  • .Башҡортостандан төрлө авторҙарҙың 387 эше ҡуйылды. Комиссия ағзаларының минең йөндән эшләгән ижади эштәремде күргәндәре, баһалағандарына шатмын. Финалға биш эшем үтте: “Роза” тип аталған сумка, “Ҡусҡар” исеме менән өй аяҡ кейеме, йөндән һабын-мунсала, машина өсөн тәмле еҫ таратыусы машина һәм бал менән башҡорт айыуы. Шуларҙың өсөһө призлы урындарға лайыҡ булды.

Алда Зөлфиә Фәрит ҡыҙын конкурстың округ этабы көтә. Ул Йошкар-Олаға барасаҡ. Еңеүҙәр теләйбеҙ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: