0 °С
Болотло
Был шишмәнең һыуы эсергә тәмле, йомшаҡ. Өйҙәргә һыу индерелеүгә ҡарамаҫтан, күп кеше ошонан эсергә һыу ала. Эскән ҡойоңа төкөрмә, ти халыҡ мәҡәле. Шуны иҫтә тотоп, ауыл кешеләре үҙҙәренә тәмле һыу сығанағы булған шишмә тирәһен таҙартып тора.
Ҡойоларын таҙартып, йыуҙыртып, тирә-яғындағы үләнде саптылар. Сүп-сарҙы йыйғас, күл тирәһе күркәмләнеп китте.
Барыһы ла күңел биреп эшләне. Ә шишмәгә килеүселәр бында таҙалыҡ һәм тәртип тураһында онотмаһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Афариндар!
Сығанаҡ: Новокальчировский сельский совет