Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
2 Август 2023, 14:04

Кәлсербуран ауылында “Ғабдулла” мәсете асылды

Үткән йомала уны асыу тантанаһы үтте. Ул “Атайсал” проектына үҙ һаны менән индерелгән.

Кәлсербуран ауылында “Ғабдулла” мәсете асылды
Кәлсербуран ауылында “Ғабдулла” мәсете асылды

Ауылдың өлкән йәштәге кешеләре һөйләүенсә, Кәлсербуранда элек ике мәсет, мәҙрәсә булған. Ғабдулла Санчаевта тыуған ауылында изге йорт булдырыу теләге ун йыл тирәһе элек барлыҡҡа килә. Ҡатыны Алфира менән кәңәшләшеп, өсөнсө ҡыҙҙарына бирелгән ер участогының алғы өлөшөндә мәсет төҙөргә булалар. Тажлы зәхмәт (ковид) эпидемияһына тиклем бер төркөм ауылдаштары менән нигеҙ төҙөйҙәр. Сир ваҡытында туҡталып торған төҙөлөш ике йыл элек яңыртыла.

  • Стенаға блоктар килтерә башлау менән “йәшел ут”ҡабынғандай булды. барлыҡ эштәр ҙә ыңғай барҙы. Кемгә мөрәжәғәт итһәм дә, ихлас ярҙам иттеләр. Мәсеттең эсендәге эскәмйә, өҫтәл, лампа, сәғәтте ауылдашыбыҙ, мәрхүм Хәлим Зәбиров ағайҙың Өфөлә йәшәгән улы Рөстәм ҡайтарҙы. Уға ҙур рәхмәт. Саҙаҡа һалыу өсөн тимер урна алып ҡайтырға вәғәҙә бирҙе. Манараны, айҙы егеттәр ярҙамы менән урынлаштырҙыҡ. Шуныһы шатлыҡлы: әле мәсет асылғансы уҡ, тиҫтәнән артыҡ мәктәп йәшендәге, мәктәпкәсә йәштәге балалар киске намаҙға килеп етәләр, тиҫбе тартып, минең арттан ҡабатлайҙар, - ти йылылыҡ менән Ғабдулла Йәһүҙә улы.

  Мәсет, ысынлап та, матур, яҡты, нурлы. Тауышты көсәйтеү приборы ҡуйылған. Территорияһында япма менән эскәмйәләр урынлаштырылған. Изге эште ғаилә үҙҙәренең сирҙән иртә мәрхүм булған улдары Динар менән ҡыҙҙары Разалия иҫтәлегенә бағышлаған. Төҙөлөш эштәрендә ауылдаштары ярҙамын да күрәләр. Кемдең ҡул көсө менән, кемдер аҡсалата ярҙам күрһәтеп тора. Шулай ҙа, иң ҙур өлөш үҙҙәренеке. Санчаевтар күп мал тота. Һөт тапшыралар, ике тиҫтәнән артыҡ һыйыр-үгеҙ малдарын тотоналар.  

Бына мәсетте тантаналы асыу көнө лә килеп етте. Изге йома көнөндә Кәлсербуран, тирә-яҡ ауылдар халҡы, төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар йыйылды. Был ҙур сара менән ҡотларға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов, район советы рәйесе Миңнулла Хоҙайбирҙин, Ауыл хужалығы идараһы начальнигы Тәлғәт Сафин, ветерандар советы рәйесе Риф Рафиҡов, Стәрлетамаҡтан Ришат имам ахун-хәҙрәт Рафиков, Талбазынан Ришат хәҙрәт Ғафаров, “Талбазы икмәк комбинаты” начальнигы Лилиә Бүләкҡоловалар килде. Тантана Ҡөрьән аяты менән башланды. Тәлғәт Миҙехәт улы Ғабдулла Йәһүҙә улына “Атайсал- кесе Ватан” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. 

Символик таҫманы Заһир Әхсән улы, Тәлғәт Миҙехәт улы һәм Ғабдулла үҙе киҫтеләр, уның өлөштәрен бала-сағаға тараттылар.  Мәсеткә ингәс, йома намаҙы яңғыраны. Байрам сәй табыны артында дауам итте. Өҫтәл ауылдаштары  бешереп алып килгән тәмлекәстәр менән тулды. Тәмле былау менән һыйланылар.

Санчаевтар ғаиләһе Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән Сания һәм Хәнәфи Карюковтар ғаиләһенә ҙур рәхмәтле. Улар кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре менән һәр саҡ ярҙам итеп торалар. Сания апай ошо изге юлға өндәүсе лә булды, ти улар. Карюковтар бөгөн байрам түрендә.

Ғабдулла үҙенең дуҫтары Илгиз Насиров менән Илдар Зәйнуллиндың эш башланғандан алып бергә булыуҙары, бөтә эштәрҙе бергә кәңәшләшеп эшләүҙәре тураһында ла билдәләп үтте. Ниндәй булһа ла ярҙам күрһәткән барлыҡ кешеләргә лә яҡшылыҡтарының кире меңләтә әйләнеп ҡайтыуын, уларға сәләмәтлек, бәрәкәтле тормош теләй.   

Ә инде мәсеттән кеше өҙөлмәһен, хужаларына бәрәкәтле, имен тормош насип булһын!

Кәлсербуран ауылында “Ғабдулла” мәсете асылды
Кәлсербуран ауылында “Ғабдулла” мәсете асылды
Кәлсербуран ауылында “Ғабдулла” мәсете асылды
Кәлсербуран ауылында “Ғабдулла” мәсете асылды
Кәлсербуран ауылында “Ғабдулла” мәсете асылды
Кәлсербуран ауылында “Ғабдулла” мәсете асылды
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: