Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
29 Апрель 2023, 13:17

ШЫРШЫЛАР ГӨРЛӘП ҮҪҺЕН!

БӨГӨН "ЙӘШЕЛ БАШКОРТОСТАН" АКЦИЯҺЫ БУЙЫНСА ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ ЯНЫНДАҒЫ МАЙҘАНДА ШЫРШЫ ҮҪЕНТЕЛӘРЕ УЛТЫРТТЫЛАР

ШЫРШЫЛАР ГӨРЛӘП ҮҪҺЕН!
ШЫРШЫЛАР ГӨРЛӘП ҮҪҺЕН!

Талбазыла бөгөн бигерәк тә йәнле. Ауыл хужалығы йәрминкәһе гөрләй. 

Ә лицей янындағы ҡурай сәскәһе төшөрөлгән майҙанда уҡыусылар, мәғариф бүлеге, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойошмаларҙан ағастар ултыртырға йыйылдылар. Шулай уҡ хаҡлы ялдағылар ҙа килгән. 

Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов барыһын да етеп килгән Беренсе Май байрамы менән ҡотланы. Һәр килеүсегә рәхмәтен белдерҙе. Арыҫлан Нәзир улы район халҡының һәр ерҙә лә әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ла иң алдынғылар исемлегендәбеҙ икән. Яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү ҙә яҡшы ойошторолған. 

Өлкәндәр ҙә ситтә ҡалмай. Иң олоһо Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мөсәғитов та бында. Шулай берҙәм башланған эш тиҙ ыраны.

Был  майҙанды ун һигеҙ йәш шыршы үҫентеһе күркәмләтеп торасаҡ. Барыһы ла имен генә үҫеп китһендәр. Ә кисә ошонда уҡ ҡурай сәскәһе тирәләй матур сәскәләр ултырттылар. 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: