Талбазының 2-се мәктәбенең майҙаны ла байрамса. Бында милли кейемдәрҙә төрлө йәштәгеләр уҡ-һаҙаҡтарын ҡарап үҙенең ваҡытын көтә.
Ауырғазы, Дәүләкән, Ишембай, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Ғафури райондарынан, Күмертау һәм Өфөнән барлығы 82 уҡсы. Иң кесеһенә биш йәш булһа, иң олоһона - 67.
Милли кейемдәге өс ҡатын - Денира, Гөлнур, Нурсилә - Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылынан килгәндәр. Быйыл ғына уҡтан ата башланыҡ, бик оҡшай, тиҙәр. Беренсе тапҡыр үҙҙәренең районында ярышып урын алғандар. Был әлегә сит районға тәүгегә сығыуҙары. Борон-борондан да бит сая башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары уҡтан да атҡан, атта ла һыбай оҫта йөрөгән. Уңыштар юлдаш булһын!